

Әйҙәгеҙ уларҙы Хәйбулла мәктәптәре миҫалында ҡарап сығайыҡ. Ата-әсәләрҙең фекерҙәре буйынса, бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы мәктәптә туҡланыуы мәсьәләһе менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас иртәнге һәм төшкө аш сифаты яҡшыра башлаған. Бөгөн ата-әсәләр һәм балалар ашнаҡсыларҙың аш әҙерләнеүе һәм сифатлы аҙыҡ-түлек ҡулланыуы менән бик ҡәнәғәт. Билдәле булыуынса, Радий Хәбиров мәктәп ашханалары өсөн аҙыҡ-түлек иҫәбенән сифатһыҙ сеймал һәм ситтән килтерелгән итте сығарыуҙы талап итте. Мәҫәлән, быға тиклем хатта Аргентинанан килтерелгән буйвол ите лә ҡулланылған. Хәҙер урындағы ауыл хужалығы предприятиелары продукттарына өҫтөнлөк бирелә, күп кимәлле контроль системаһы булдырылған.
Туҡланыу берҙәм менюға ярашлы ойошторолған һәм Өфө ҡалаһы социаль туҡланыу идаралығының дәүләт ҡаҙна учреждениеһы тарафынан яңы стандарттар буйынса эшләнгән. Меню ассортиментында һөт бутҡаһы, һоло, дөгө, бойҙай, ҡарабойҙай ярмаһынан гарнирҙар, ит ризыҡтары менән картуф, котлеттар, тефтелдәр, балыҡ, тауыҡ ите. Сменаһына ҡарап, был иртәнге йәки төшкө аш булыуы мөмкин.
Район белем биреү ойошмаларын аҙыҡ-түлек менән 6 предприятие тәьмин итә. Һәр мәктәптә бракераж комиссияһы булдырыла, ул уҡыусыларҙы йылы туҡландырыуҙы ойоштороуҙы даими контролдә тота. Бынан тыш ата-әсәләр контроле лә эшләй. Улар һәр аҙыҡ-түлектең ҡулланыу ваҡытын, һаҡлау шарттарын, менюға тап килеүен, порцияларҙың ауырлығын, тәм сифаттарын тикшерә. Тикшереү һөҙөмтәләре актта теркәлеп бара.
Уҡыусыларҙы туҡландырыу СанПиН ҡағиҙәләре буйынса ике аҙналыҡ меню нигеҙендә башҡарыла. Раҫланған ике аҙналыҡ һәм көндәлек меню мәктәптәрҙең рәсми сайттарында «food» бүлегендә урынлаштырыла, унда ата-әсәләр улар менән таныша ала. Шулай уҡ бөтә мәктәптәр ҙә көн һайын «Башҡортостан Республикаһының берҙәм мәғариф мөхите» системаһының «Ҡайнар аш менән туҡланыуҙы контролдә тотоу» модулендә туҡланыу тураһында мәғлүмәт урынлаштыра.
-Беҙгә мәктәптә ашау ныҡ оҡшай. Мәктәптә ашнаҡсы апай-инәйҙәр бик тәмле бешерә. Айырыуса былау, салаттар - тине ашхананан сығып барған 8-се «А»класы уҡыусылары.
Уҡыусыларға был мөмкинлектән файҙаланып, дөрөҫ туҡланыу өсөн мәктәп ашханаһына йөрөргә кәңәш итәбеҙ, ә бар ата-әсәләрҙе контролгә ҡушылырға һәм йылына бер тапҡыр булһа ла балалары ашаған мәктәп ашханаһына барырға саҡырабыҙ!
Лилиә Ситчанова, мәктәп шәфҡәт туташы:
-Мәктәп ашханаһына йөрөүҙең иң мөһим сәбәптәренең береһе – баланслы туҡланыу мөмкинлеге. Уҡыусыға йәшелсә, емеш-еләк, аҡһым, углевод һәм башҡа кәрәкле туҡлыҡлы матдәләрҙән торған төрлө ризыҡтар тәҡдим ителә. Был уларға нормаль үҫеш өсөн бөтә кәрәкле витаминдар һәм минералдар алырға мөмкинлек бирә. Ашнаҡсылар бик сифатлы әҙерләй, ата-әсәләр яғынан иҫкәрмәләр юҡ, балаларға ла бик оҡшай. Мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатын тикшереү буйынса комиссиялар даими эшләй. Был комиссияларға ата-әсәләр ҙә инә. Ата-әсәләргә ашхана ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Улар килеп балалар ашаған ризыҡтарҙы тәмләп, туҡландырыуҙың нисек ойошторолоуын ҡарай ала.
Гүзәл Мостафина:
– Бөгөнгө көндә 2-се Аҡъяр мәктәбендә ике балам уҡый. Айназ улым 4-се класта уҡый. Башланғыс кластар өсөн бушлай ашатыу ойошторолоуы өсөн рәхмәтлебеҙ. Балаларыма мәктәп ризығы оҡшай, яратып ашайҙар.