Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2025, 07:23

Рәсәйҙә льготалы ипотекаға йәнә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде

-

Рәсәйҙә льготалы ипотекаға йәнә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлендеРәсәйҙә льготалы ипотекаға йәнә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде
Рәсәйҙә льготалы ипотекаға йәнә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде

Рәсәй хөкүмәте льготалы ипотека программаларына субсидияларға өҫтәмә рәүештә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде.

Билдәле булыуынса, ғаилә ипотекаһына — 53,4 миллиард, Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика ипотекаһына — 9,6 миллиард, ә льготалы ипотекаға (2024 йылдың 1 июлендә тамамланды) элек бирелгән кредиттар буйынса процент ставкаһын субсидиялауға 37,4 миллиард һум йүнәлтелә.

«Ҡарар программалар менән файҙаланыу мөмкинлеген һаҡлап ҡалырға һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандарға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк», — тип белдерҙеләр федераль министрҙар кабинетында.
Автор:Иван Вавилов
 
Автор:
Читайте нас