

Бөгөн Хәйбулла районында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандар менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Ирек Айрат улы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн торлаҡ биналарҙы тикшереү һәм яраҡлаштырыу менән шөғөлләнгән комиссия эшендә ҡатнаша.