Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2025, 09:58

Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булғ

Бөгөн Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән.

Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булғБашҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булғ
Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булғ

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙ Төрөшлө – Николаевка автомобиль юлының 4-се километрында «Лада Гранта» автомобиле менән юл ыңғайы китеп барған арбалы трактор бәрелешкән.

Аварияла еңел автомобиль водителе һәм пассажиры, шулай уҡ ата-әсәһе менән бергә тракторҙа китеп барған бала урында йән биргән.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ваҡиға урынында Стәрлетамаҡ районы прокуроры Илшат Рәхмәтуллин эшләй.

Күҙәтеү ведомствоһы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен һәм асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-09-02/tri-cheloveka-v-tom-chisle-rebenok-pogibli-v-dtp-s-traktorom-vbashkirii-4370291

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Фото:Башҡортостан прокуратураһы
Автор:
Читайте нас