Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2025, 07:28

Башҡортостанда Милли кейем көнө уңайынан флешмоб иғлан ителде

12 сентябрҙә Башҡортостанда сағыу байрам – Милли кейем көнө билдәләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо уңайҙан флешмоб иғлан итте.

Башҡортостанда Милли кейем көнө уңайынан флешмоб иғлан ителдеБашҡортостанда Милли кейем көнө уңайынан флешмоб иғлан ителде
Башҡортостанда Милли кейем көнө уңайынан флешмоб иғлан ителде

Ҡатнашыу өсөн милли кейемдә йәки уның элементтарын ҡулланып, үҙең йәшәгән төбәкте билдәләгән урында фотоға төшөргә, уны #НациональныйКостюм2025 йәки #МиллиКейем2025 хештегтары менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.

«Был сара, һис шикһеҙ, беҙгә рухи берҙәмлек тойғоһо бирәсәк һәм күңелдәрҙә халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата ғорурланыу тойғоһон тағы ла көсәйтеп ебәрәсәк. Ҡушылығыҙ, ситтә ҡалмағыҙ!» — тип флешмобта ҡатнашырға саҡыралар Башҡорт ҡоролтайында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙа Милли кейем көнө 2020 йылдан башлап йылына ике тапҡыр — апрель һәм сентябрь айҙарында үткәрелә

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-01/v-bashkirii-ob-yavili-fleshmob-ko-dnyu-natsionalnogo-kostyuma-4368904

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас