Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2025, 10:51

Тәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргә

Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбе быйыл 53 балаға тәү тапҡыр үҙ ишектәрен асты. Сығарылыш класында белем алыусылар өсөн яңы уҡыу йылы алдағы тормош юлын һәм буласаҡ һөнәрҙе һайлау осоро буласаҡ.

Тәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргәТәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргә
Тәүге ҡыңғырау әйҙәй яңы үрҙәргә

1 сентябрҙә, районыбыҙҙың бар белем усаҡтарын шатлыҡлы ауаздарға күмеп, тәүге ҡыңғырау шылтыраны. Районда яңы уҡыу йылында барыһы 3409 бала парта артына ултырһа, шуның 278 өсөн беренсе тапҡыр мәктәп ишеген аса.

Бөгөн яңы уҡыу йылы башлана, йәйге каникулдарҙан һуң. Мәктәп үҙенең бөтә уҡыусыларын: унда уҡығандарҙы һәм беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асҡан балаларҙы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала. Беренсе класс уҡыусылары мәктәпкә  хәстәрһеҙ бала сағы менән хушлашып килә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас