

Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында үткән Белем көнөндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса колледж базаһында Сибай медицина колледжы филиалы - «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса медицина төркөмөн асыу тантанаһы үтте. Үҙ сиратында был йәштәргә үҙ районында медицина белемен алырға мөмкинлек бирә.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов студенттарҙы Белем көнө менән ҡотлап:
-Аҡъяр тау колледжы – ул район өсөн кадрҙар әҙерләүсе үҙәк. Бында Хәйбулла районы үҫешенә тос өлөш индереүсе иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында талап ителгән белгестәр әҙерләнә. Бөгөн колледжда “Шәфҡәт туташы эше” һөнәре буйынса медицина төркөмө асылыуы ҡыуаныслы күренеш. Был һөнәрҙең сығарылыш студенттары район халҡы һаулығын хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерер, беҙҙең медицина учреждениеларының таянысы булыр тип ышанам, - тине ул.
Аҡъяр тау колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Нияз Рыҫҡолов студенттарҙы, уҡытусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләп үтте һәм колледжда 580 студент белем алыуын, бөгөн “Шәфҡәт туташы эше” һөнәре буйынса 25 студентҡа колледж үҙ ишеген асыуын билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар сәйәсәте һәм йыйылма анализ идаралығы начальнигы Гөлнара Камалова үҙ сығышында: “Беҙҙең республика һуңғы йылдарҙа медицина кадрҙарын әҙерләү буйынса ҙур аҙымдар яһаны. Әле республикала 8 медицина колледжы бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән был колледждарҙың бер нисә филиалы асылды. Бөгөн Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы асылыуы менән ҡотлайым. Бер нисә йылдан беҙҙең студенттар һаулыҡ һаҡлау системаһының ғорурлығы булыр тип ышанам”, - тине.
25 студенттан торған бюджет төркөмө тәүге йылда дөйөм белем биреү предметтары буйынса белем аласаҡ, артабан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы һәм Сибай медицина колледжы белгестәрен йәлеп итеп, махсус предметтар башланасаҡ.
Көнһылыу Шәрипова, медицина төркөмө студенты:
-Иләс ауылыныҡымын, 8-се класта уҡығанда үҙемә медицина һөнәрен һайларға маҡсат ҡуйҙым. Район үҙәгендә Сибай медицина колледжы филиалы асылыуын ишеткәс, ҡыуандым һәм алыҫ йөрөмәҫкә, ә үҙебеҙҙә уҡырға ҡарар иттем.