Яңылыҡтар
31 Август 2025, 05:56

Хәйбулла йондоҙсоҡтары Гран-приға лайыҡ булды

Ҡазан ҡалаһында «Ҡазан таҫтамалы" X халыҡ-ара халыҡ йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсы үтте.

Хәйбулла йондоҙсоҡтары Гран-приға лайыҡ булдыХәйбулла йондоҙсоҡтары Гран-приға лайыҡ булды
Хәйбулла йондоҙсоҡтары Гран-приға лайыҡ булды

Ҡазан ҡалаһында «Ҡазан таҫтамалы" X халыҡ-ара халыҡ йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсы үтте. Абруйлы фестивалдең маҡсаты-бөтә донъя халыҡтарының халыҡ йыр-бейеү сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ сәнғәтенең юғары әхлаҡи традицияларын пропагандалау, талантлы башҡарыусыларҙың ижадына ярҙам итеү һәм популярлаштырыу. Ҡатнашыусылар араһында йәш хәйбулла йондоҙсоҡтары ла булды - "Йондоҙсоҡ"  өлгөлө балалархореография ансамбле Гран - приға лайыҡ булды! Балаларҙы һәм уларҙың етәксеһен лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ! Яңы ҡаҙаныштар һәм бейеклектәр теләйбеҙ!

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас