Яңылыҡтар
29 Август 2025, 09:17

Өфөнән Антальяға рейстар арттырыла

Өфөнән диңгеҙ курортына рейстарҙың дөйөм һаны аҙнаһына 29-ға еткерелә.

Өфөнән Антальяға рейстар арттырылаӨфөнән Антальяға рейстар арттырыла
Өфөнән Антальяға рейстар арттырыла

«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сентябрь башында Azur air авиакомпанияһының Өфөнән Төркиәнең Анталья ҡалаһына өҫтәмә рейсы булдырыла. Әлеге теҙмәгә аҙнаһына бер рейс өҫтәлә. Шулай итеп, осоштарҙың дөйөм йышлығы аҙнаһына 7 рейсҡа тиклем арта.

Рейстарҙы башҡарыу өсөн заманса киң фюзеляжлы Boeing 767-300 самолеты йәлеп ителә.

Киңәйтелгән осоштар программаһы быйыл октябрь аҙағына тиклем ғәмәлдә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был йүнәлештәге рейстарҙы Southwind Airlines, Corendon Airlines һәм «Аэрофлот» авиакомпаниялары башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-29/reysov-iz-ufy-v-antalyu-stanovitsya-bolshe-4366342

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас