Яңылыҡтар
29 Август 2025, 09:10

Башҡортостанда төндә -1° тиклем ҡырау төшөүе көтөлә

Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал, 500 метр күреү мөмкинлеге кәмей.

Башҡортостанда төндә -1° тиклем ҡырау төшөүе көтөләБашҡортостанда төндә -1° тиклем ҡырау төшөүе көтөлә
Башҡортостанда төндә -1° тиклем ҡырау төшөүе көтөлә

Республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 3-8 метр. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көнсығыш райондарҙа 0, -1° ҡәҙәр ҡырау төшөргә мөмкин, көндөҙ +15, +20°.

Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда йәйҙең һуңғы өс көнө йылы һәм ямғырлы була. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас