

Ғәзим Ғатаулла улы Әбеш ауылында ете балалы ғаиләлә донъяға килә. Тыуған ауылы мәктәбендә 10-сы класты тамамлағандан һуң, хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Юлдыбай ауылында өс ай шоферҙар курсында уҡый. Ҡулына водитель таныҡлығын алғас та хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ил алдындағы бурысын Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында элемтәсе булып үтәй.
Әрменән ҡайтҡас, «Һаҡмар» колхозында малсы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ эшләгәндән һуң Йылайыр совхозтехникумының ветеринария бүлегенә уҡыусылар йыйыу тураһында иғлан сыҡҡас, оҙаҡ уйлап тормай документтарын тапшырып, уҡырға инә. 1989 йылда техникумды тамамлағандан һуң, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының «Лесной» совхозына мал табибы булып эшкә урынлаша. Тап шул осорҙа ғүмерлек юлдашын – Башбүре (Үрге Наҙарғол) ауылы һылыуы Фәғилә Муса ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Тыуған яғы Ғәзим Ғатаулла улын үҙенә тарта, 16 йыл Ырымбур өлкәһендә йәшәгәндән һуң, тыуған районы- на ҡайтырға ҡарар итә. Быға тормош иптәше Фәғилә Муса ҡыҙы ҡаршы төшмәй: «Һин ҡайҙа барһаң да, мин һинең артыңдан ҡалмам», – ти.
Тыуған яғына ҡайтып, Аҡъяр ауылында төпләнә Мөхәмәтовтар. Уларҙың ғаиләһендә баһадирҙай өс ул үҫә, өсөһө лә 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлай. Оло улдары Ғәлим Күмертау педагогия колледжының физкультура бүлеген тамамлай, бер үк ваҡытта автокран машинисы һөнәре буйынса уҡый. Тормош иптәше Рәзилә менән Сорғот ҡалаһында төпләнәләр, уларҙың ғаиләһендә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Уртансы улдары Радик Стәрлетамаҡта педагогия университетын тамамлай, әлеге ваҡытта Яҡутстанда уҡытыусы булып эшләй. Ә кесе улдары Рауил – Орск медицина колледжы студенты.
Мөхәмәтовтар Аҡъяр ауылына күсеп килгәс тә ҙур йорт һалып сығалар. Ғәзим Ғатаулла улын Федоровка ауыл биләмәһенең ветеринария бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.
Бер аҙ эшләгәндән һуң үҙ теләге менән Бүребай бүлексәһенә күсә һәм унда бөгөнгәсә намыҫлы хеҙмәт итә. Уның ҡарамағында 6 ауыл – Бүребай, Татыр-Үҙәк, Һамар, Юлбарыҫ, Быҙаулыҡ һәм Хворостянка халҡының мал-тыуары. Бынан тыш, дүрт фермер хужалығын да хеҙмәтләндерә. Шуға ла эш күләме байтаҡ ҡына: малдарҙан ҡан алыу, вакциналау, тамғалау, мал хужалары менән килешеү төҙөү һәм һәр бер эште махсус программала теркәп барыу күп көс, тырышлыҡ талап итә. Бынан тыш саҡырыуҙар буйынса ауырыу малдарға ярҙам күрһәтергә лә кәрәк. Ғәзим Ғатаулла улы ҡарамағындағы ауылдар халҡы уның эшенән ҡәнәғәт. Төрлө йылдарҙа ул район хакимиәтенең Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Ғәзим Мөхәмәтов үҙе лә күпләп мал аҫрай. «Малтыуарҙың сәләмәтлеге, иң беренсе сиратта, уларҙы тотоу урынынын башлана. Йорт хайуандары һәм ҡоштарын ветеринария табиптарына даими рәүештә күрһәтеп торорға кәңәш итә. Был лейкоз, ҡош киҙеүе кеүек хәүефле ауырыуҙар килеп сыҡмаһын өсөн мөһим», – ти ул.
Ветеринар булып тик изге күңелле, сабыр һәм ҙур ихтыяр көсө булған кешеләр генә эшләй ала. Малдар кешесә һөйләшә белмәй, шуға күрә уларҙың хәл-торошон аңлау, дөрөҫ диагноз ҡуя белеү мөһим.
Ғәзим Ғатаулла улын һәм барлыҡ ветеринария хезмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ысын күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.