

Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышы үтте. Уның сиктәрендә Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, Сибай концерт-театр берекмәһе оркестры артисы Радик Далхин да булды. Уға Генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды. Радикты лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
фото:Башҡортостан Башлығы сайты.