

Хәйбулла районында һәм республиканың башҡа район-ҡалаларында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан тантаналы саралар уҙҙы. Иң ҙур байрам Башҡортостандың Шишмә районында урынлашҡан Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ойошторолдо һәм ул Һауа-десант ғәскәрҙәре булдырылыуының 95 йыллығына арналды. Әйтергә кәрәк, 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән десантсыларҙың төп байрамы тап ошо паркта үтә. Унда республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән вәкилдәр ҡатнаша. Бер нисә йыл эсендә был сара яҡшы йолаға әүерелде. Бөгөн был мәҙәни һәм ғаилә байрамы ғына түгел, ә ветерандарҙы, хәҙерге хәрбиҙәрҙе һәм республика халҡын берләштергән ваҡиғаға әүерелде.
Байрам Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы менән дауам итте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, ҡаһармандың ата-әсәһе, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты. Тантана аҙағында Радий Хәбиров бер төркөм яугирҙарға һәм ветерандарға наградалар тапшырҙы. Улар араһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Никита Петров та булды – уға Генерал Шайморатов ордены тапшырылды. Яңы Петровка ауылы егете Псковта Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Хеҙмәтен тултырғас та, Ватанды һаҡлауға тоғро ҡалып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта һәм хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
Йылдағыса байрам көнөндә Хәйбулла десантсылары Аҡъярҙың Еңеү паркына йыйылды. Тантаналы сара «Бөтә быуын десантсылары» һәйкәленә сәскәләр һалыу менән башланды.
Митингта район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Хәйбулла районы йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе Салауат Юлдашбаев, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Денис Юлдашбаев тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Бөгөнгө көндә районда 138 десантсы иҫәпләнә. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Иң өлкән ветеран-десантсы – Хәйбулла районының почетлы гражданы, Аҡъяр ауылынан 79 йәшлек Әхмәт Хәмиҙуллин.
Митинг аҙағында әүҙем ветерандарға район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү һәм ветерандар хәрәкәтен үҫтереү буйынса әүҙем эше өсөн һәм ВДВ ойошторолоуының 95 йыллығы хөрмәтенә Юрий Ноғоманов, Ғәзинур Күскилдин, Илнур Ишкилдин, Сергей Туленков, Рәжәп Юламанов, Илһам Ҡашҡаров, Таһир Ишемғолов һәм Флүр Үтәмишев Хәйбулла районы йәмәғәт ойошмаларының координация советы почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Иңгә-иң терәп сафта үтеү, бер-береңде байрам менән ҡотлау, һәләк булған десантсылар иҫтәлегенә сәскәләр һалыу һәм уларҙы иҫкә алыу – «зәңгәр береттар» өсөн изге эш. Һәм Хәйбулла десантсылары был бурыстарҙы атҡарып, элиталы ғәскәрҙәргә хас, байрамдарын лайыҡлы билдәләне.