Яңылыҡтар
27 Август 2025, 06:08

Йәшәү көсө - берҙәмлектә

-

Йәшәү көсө - берҙәмлектәЙәшәү көсө - берҙәмлектә
Йәшәү көсө - берҙәмлектә

Йәнтеш ауылы матур тәбиғәте һәм изге күңелле, ярҙамсыл  халҡы менән дан тота. Күптән түгел йәмле Һаҡмар буйында Йәнтеш мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Лена Ултракова инициативаһы менән "Тыуған тыл. Хәйбулла" ярҙам төркөмө активистары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренең осрашыуы ойошторолдо.

Лена Фуат ҡыҙының тәҡдимен "Тыуған тыл. Хәйбулла" төркөмө ирекмәндәре күтәреп алып, был сараға яҙмыш һынауының әсе елен татып, ут йотоп йөрөүсе, яҡындарын юғалтыусы ғаиләләрҙе лә саҡырырға кәрәк тигән бер фекергә килеп, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ярҙамы менән автобуста, кемдәрҙер үҙ машиналарында Йәнтеш ауылына, Һаҡмар йылғаһы буйына юлландыҡ.  

Сараның беренсе өлөшөндә бөтә ҡатнашыусылар ҙа файҙалы үләндәр йыйҙы, тәбиғәттең матурлығынан ләззәт алды. Икенсе өлөш иһә Һаҡмар йылғаһы буйында дауам итте, унда уйындар, бер-береһе менән танышыу, психологтар менән аралашыу үткәрелде. Һый тулы өҫтәлдә бишбармаҡ ашап, самауыр сәйе эсеп, ауыл имамы Юныс Иштановтың аятын тыңлап барыһы ла ҡәнәғәт булды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын бар яҡлап хәстәрләүсе, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыусы район ветерандар ойошмаһы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова ла сарала ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

-Ирек һөйгән башҡорт өсөн ирекмәнлек бик ҡулай. Украинала махсус хәрби операция башланғас халҡыбыҙҙың был сифаты бигерәк тә нығыраҡ сағылыш тапты, - тине сарала ҡатнашыусы “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әхмәр Үтәбаев.

Был сара юғары кимәлдә ойошторолдо. Айырыуса ҡунаҡтарҙы милли кейемдәрҙә, гармун һәм моңло йырҙар менән ҡаршы алыу сараға йәм өҫтәне.

Был сараны ойошторорға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ. Йәшәү көсө – берҙәмлектә, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булыу. Бер-береңә һүҙ һәм эш менән ярҙам итеү. Бындай осрашыуҙар арҡаһында үҙебеҙҙең яңғыҙ түгеллегебеҙҙе аңлайбыҙ. Һәр беребеҙгә яҡында һәр саҡ ярҙам итергә әҙер кешеләр барлығын белеү мөһим. Сөнки махсус хәрби операция башланғас, беҙ ҡан буйынса түгел, ә яҙмыш буйынса туған булып киттек. Бергә Һәм Еңеү аҙағына тиклем!

Зәкиә Ҡадаева.

Маҡан ауылы.


Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас