Яңылыҡтар
27 Август 2025, 05:44

Сиҙәм ауылының батыр яугиры

  

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай.  

Батыр яҡташыбыҙ Сиҙәм ауылында тыуып-үҫкән. 7-се класҡа тиклем тыуған ауылы мәктәбендә белем ала, һуңынан баш ҡалабыҙ Өфөлә Республика иҡтисади лицей-интернатында уҡыуын дауам итә. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының социаль-гуманитар факультетына уҡый.

Илебеҙгә хәүеф янап, махсус хәрби операция иғлан ителгәс, илһөйәр рухлы мәҡәлә геройы ла фронтҡа юллана. Ул РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм шул ваҡытта булдырылған «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы составында хәрби юлын башлай.

—Хәрби комиссариатҡа үҙ теләгем менән барҙым һәм контракт төҙөнөм. Әлбиттә, туғандарым минең өсөн борсолоп, быға ҡаршы булды, өгөтләп тә ҡаранылар. Яҡындарымдың хис-тойғоларын аңлайым, әммә Тыуған илебеҙҙе һаулау – минең бурысым тигән фекерҙәмен. Шулай итеп, контракт буйынса Украина территорияһына юлландым, башта учебкала булдыҡ. Шунан һуң алғы һыҙыҡта һөжүм итеү төркөмөндә хеҙмәт иттем. Ҡорал менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Ротала Хәйбулла егеттәре лә бар. Иптәштәр менән бер-беребеҙгә терәк булып, иңгә-иң терәшеп хәрби бурыстарҙы үтәйбеҙ. Йәш һәм тәжрибәһеҙ һалдаттарҙы өйрәтәбеҙ, — ти, ир-егеттәр иңенә төшкән бурысын намыҫ менән үтәүсе офицер.

Сиҙәм ауылы егете кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа фиҙаҡәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне, хәрби бурысын үтәгәндә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн «Мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәте өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», Суворов миҙалдары менән наградлана.

—Яҡташтарыбыҙҙан килгән гуманитар ярҙамдың беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Көнкүрештә иң кәрәкле әйберҙәрҙән алып, беҙгә яҡшылыҡҡа өмөт-ышаныстар биргән уҡыусыларҙың хисле хаттарға тиклем – һәр береһе беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Мөмкинлектән файҙаланып, хәйбуллаларға һәм район етәкселегенә ихлас һәм оло рәхмәтемде белдерәм. Ата-бабаларыбыҙ тыуған еребеҙҙе беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған икән, тимәк, беҙ уны һаҡларға бурыслы, бөгөнгө көндә ҡурҡып ятып булмай. Теләгем бер – бөтә донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Балалар көслө һәм рухлы булып үҫһендәр, тарихын онотмаһын һәм, иң мөһиме, Ватанын яратһындар, – тигән теләктәрен еткерҙе яугир.

Эйе, махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән беҙҙең егеттәр – ысын геройҙар, улар Тыуған ил өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн дә көрәшә. Беҙ бер ҡасан да яугирҙарыбыҙға иң изге теләктәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамайбыҙ: «Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы хәрби комиссариатына (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 50) йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итергә була.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас