Яңылыҡтар
27 Август 2025, 04:45

Изге эштәр башында – ирекмәндәр

-

Изге эштәр башында – ирекмәндәрИзге эштәр башында – ирекмәндәр
Изге эштәр башында – ирекмәндәр

Район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Хеҙмәт  коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, мобилизацияланғандарҙың туғандары ихлас күңелдән был эшкә үҙ өлөшөн индерә. Яугирҙарға ебәреү өсөн маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, дрондан ҡурсалаусы юрғандар, шторҙар, үлән сәйҙәре, емеш-еләктән ҡаҡ  әҙерләйҙәр, ир-егеттәр арҡан үрәләр,  һәм башҡа эштәр башҡаралар. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Ирекмәндәр бар нимәгә яуаплы ҡарай. Бында улдары махсус хәрби операция зонаһында булған әсәйҙәр ҙә, оло йәштәге, пенсияла булған апай-инәйҙәр ҙә бар. Ярҙам иткән һәр кем дөйөм һәм изге эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Ғәлиәхмәт, Садовый һәм Ивановка ауылдары  халҡы ла  был изге эштән ситтә ҡалмай.

-Ғәлиәхмәт ауылы халҡы махсус хәрби операция башлағандан алып яугирҙарға әүҙем гумантир ярҙам күрһәтә. Былтыр үҙем мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас, арҡан үреү эшен яйға һалдым, сөнки улар махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙарға  кәрәк. Ҡыш буйына бер нисә арҡан үреп яугирҙарға ебәрҙек. Мәктәп спорт залында үрәбеҙ. Филүзә Азат ҡыҙының саҡырыуы буйынса, район мәҙәниәт йортонда үткән сарала оҫталыҡ класы ла күрһәттек. Был эштә ауылдың ир-егеттәре әүҙем ҡатнаша. Азат Байғусҡаров, Раил Билалов, Сәлих Бикбов, Фәттәх Яйыҡбаев, Айрат Билалов, Шәйәхмәт Дәүләтбирҙин, Рәжәп Ишемғоловтарҙы билдәләп үтергә була. Арҡан үреү өсөн Сәлих ағай Бикбов станок эшләне. Шулай уҡ яугирҙарға миндек әҙерләүҙә лә ҡатнашабыҙ. Июнь айында ауылдаштар менән күмәкләп урманға сығып 52 пар япраҡ бәйләнек. Унда ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡатнашты. Шулай уҡ яңыраҡ 60 көрәк һабы  ла әҙерләнек, сөнки яугирҙарға барыһы ла кәрәк бит. Миндектәрҙе һәм көрәк һаптарын  8 сентябрҙә яугир егеттәргә гуманитар ылау менән ебәрәсәкбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар төрлө ризыҡтар әҙерләйҙәр. Шулай итеп махсус хәрби операция ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итеп торабыҙ,  - тине Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Илдар Юнысов.

Садовый ауылы халҡы әүҙем ирекмәнлек эше алып бара, яугирҙарға талисмандар эшләү буйынса оҫталыҡ кластары ойоштора.

- 2022 йылдың сентябрь айында  өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, беҙҙең ауылындан да өс егет унда эләкте һәм беҙ яугирҙарҙың  ата-әсәләренә, ғаиләһенә ярҙам күрһәтеү маҡсатында әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеген башланыҡ. Тәүге мәлдәрҙә эште маскировкалау селтәрен үреүҙән башланыҡ. Башта нисек үрергә белмәнек, беҙгә оҫталыҡ кластары үткәрҙеләр. Икенсе ауылдарға барып өйрәндек. Артабан яугирҙарға талисмандар эшләргә ҡарар иттек. “Өйҙә көтәбеҙ” тигән тәүге талисмандар эшләнек. 2024 йылдың мартында тормош иптәшем дә контаркт төҙөгәс, ирекмәнлек эшенә тағы ла ныҡлабыраҡ тотондом.  Ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән бергәләп 150 дана  Чебурашка талисманын эшләп, яугирҙарға ебәрҙек. Шулай уҡ ауыл халҡы менән аҡса йыйҙыҡ, тушенка эшләнек. Пряжа һатып алып, бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләнек. 2024 йылдан 32 маскировкалау селтәрен үрҙек, 105 бетеү,  50 - “Тыуған тыл Хәйбулла”, 100 - “Өйҙә көтәбеҙ”, 150 “Чебурашка” талисмандарын, 32 мосолман щеткаһын эшләнек, 70 үлән сәйе әҙерләп, 92 йөн ойоҡ бәйләп ебәрҙек. Шулай уҡ балалар менән һалдаттарға хат яҙабыҙ, открыткалар эшләйбеҙ. Яугирҙарға кәрәкле гуманитар ярҙам, йәғни аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ойоҡтар, бирсәткәләр, хужалыҡ тауарҙары һәм башҡалар йыябыҙ.  Ауылдарға сығып  оҫталыҡ кластары үткәрәбеҙ. “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәне булараҡ, үҙем шәхсән яугирҙарҙың заявкалары буйынса әйбер һатып алам йәки аҡса күсерәм. Беҙҙә күбеһенсә хаҡлы ялдағы инәйҙәр әүҙем ярҙам итә. Клубҡа йыйылып, ойоҡтар, бирсәткәләр бәйләйбеҙ, яугирҙарға хат яҙабыҙ. Быйыл мине “Рәсәй ирекмәне” миҙалы менән бүләкләнеләр. Шуның өсөн Танк батальоны командирына рәхмәтлемен. Яугирҙарға ярҙам итеү эшенән ситтә ҡала алмайым, сөнки ирем, ҡәйнешем  һәм күп яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә. Ғаилә хеҙмәтендә георгий таҫмаһынан “Еңеү” брошкаһын эшләү буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙек. Яугирҙарға дарыу үләндәрен йыйыу буйынса акцияларҙа ҡатнашабыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускаға ҡайтҡан яугирҙарҙы саҡырып, осрашыу ойошторабыҙ. Уларҙың ата-әсәйҙәрен һәм ҡатындарын да саҡырабыҙ. Клубҡа “Ҡул эштәре оҫтаһы” түңәрәгенә йөрөүселәр менән аҡса йыйып, бетеү, селтәрҙәр эшләү өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алабыҙ. Махсус хәрби операция тиҙерәк бөтһөн һәм яугирҙарҙың һәммәһе лә имен-һау әйләнеп ҡайтһын, -- тине Садовый ауыл китапханасыһы, ирекмән Римма Исҡужина.

- Ивановка ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәлдәренән килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Дронға ҡаршы ҡормалар әҙерләп ебәрҙек. Ауылыбыҙҙың әүҙем ир-аттары Ильяс Атанов арҡан үрә, Иҡсан Илбәков, Ильяс Атанов, Ислам Әхмәтов көрәк һаптары эшләне, окоп шәмдәре ҡойҙолар.  Ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәрҙәре үрә, аҡса ла йыябыҙ. Шулай уҡ Пугачевка, Аҡташ, Михайловка ауылдары халҡы ла ситтә ҡалмай. Был изге эштәрҙең башында ағинәйҙәр тора. Һәр бер эштә әүҙем ҡатнашалар, - тине Ивановка ауыл биләмәһе башлығы Елизавета  Абдуллина.

Изге эштәр башында – ирекмәндәр
Изге эштәр башында – ирекмәндәр
Изге эштәр башында – ирекмәндәр
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас