Яңылыҡтар
26 Август 2025, 05:25

Сертификаттар тапшырылды

Бөгөн район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһының сертификаттары тапшырылды.

Сертификаттар тапшырылдыСертификаттар тапшырылды
Сертификаттар тапшырылды

Бөгөн район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһының сертификаттары тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһының йәштәр Советы рәйесе, Стәрлетамаҡ районы нотариусы Марина Щирская “Тыуған тыл.Хәйбулла” төркөмөнә дронға ҡаршы юрғандар тегеү өсөн материал һатып алыуға (21440 һум), “Беҙ бергә – көс” хәйриә фондына маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн туҡыма һатып алыуға (20 мең), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановҡа утын алыуға (10 мең), Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә бокс секцияһы өсөн боксер грушаларын һатып алыуға (10 мең) сертификаттар тапшырҙы.

- Башҡортостан Республикаһының нотариаль палатаһы федераль нотариаль палатаның йәш нотариустар Советы башланғысы менән үткәрелгән «Правомобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнаша һәм  бер нисә йыл рәттән республикала «Правомобиль” хәйриә автоуҙышы уҙғарыла. Автоуҙыштың маҡсаты - алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә бушлай хоҡуҡи консультациялар биреү һәм социаль учреждениеларға хәйриә ярҙамы күрһәтеү. Был автоуҙыш сиктәрендә һәр ваҡыт хәйриә акциялары үткәрелә. Беҙ социаль учреждениеларға, мохтаждарға ярҙам күрһәтәбеҙ. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәнгә күрә тематик хәйриә акция үткәрергә теләнек. Бөтә Рәсәй автоуҙышында  Нотариаль берләшмә ағзалары менән бер рәттән һәр ваҡыт Росреестр, Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы вәкилдәре ҡатнаша. Беҙгә юридик консультация алыу өсөн килгәнегеҙгә шатбыҙ. Былтыр ҙа беҙ Хәйбулла районында булдыҡ. Тик ыңғай фекерҙәр генә ишетәбеҙ, барыһы өсөн рәхмәт,  -- тине Марина Александровна.

Артабан БР Нотариаль палата вәкилдәре граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.

Сертификаттар тапшырылды
Сертификаттар тапшырылды
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас