Механизмдарға ҡом ултырмаһын, машинағыҙ оҙаҡ эшләһен өсөн лимон кислотаһы кәрәк була. Өс ҡап лимон кислотаһын кер порошогы һалған бүлексәгә ҡойоғоҙ. Грамлап һанаһағыҙ, 100 грамм алығыҙ. Шунан 90 градус эҫелекте һайлағыҙ. Йыуыу процесын башлағыҙ.
Тикшереп ҡарағыҙ: машинкағыҙ өр-яңы кеүек булдымы? Яҡшыраҡ эшләй башланымы?