

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылында республика мәктәптәренән 53 меңгә яҡын уҡыусыны уҡыу урынына алып барыу һәм ҡайтарыу ҡаралған. Был маҡсатҡа белем биреү йәки махсуслаштырылған ойошмалар балансында булған 1590 мәктәп автобусы йәлеп ителәсәк.
- Ғәҙәттәгесә, 1 сентябрь алдынан балаларыбыҙ өсөн яңы техника тапшырабыҙ. Республиканың ҡала һәм райондарына 200-ҙән ашыу автобус һәм машина - был рекордлы һан - юлланасаҡ. Тимәк, көн һайын мәктәпкә йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ булдырыла, - тине Радий Хәбиров.
Хәйбулла районы мәктәптәренең дә автопаркы 6 автобусҡа яңыртылды. 1-се һәм 3-сө Аҡъяр, Подольск һәм Һамар мәктәптәренә ГАЗ автобусы тапшырылды, ә 2-се Аҡъя мәктәбе бер юлы ике ПАЗ автобусы алып ҡыуанды.
Риф Баймырҙин 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбе директоры:
-Бөгөн беҙҙең Башҡортостан мәктәптәренең күбеһе яңы автобус алыу ҡыуанысын кисерҙе. Был беҙгә яңы уҡыу йылына ҙур бүләк булды. Автобустарҙы тапшырыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хабиров ҡатнашты, ул яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, уңыштар теләне һәм водительдәр хеҙмәтен дә юғары баһалап үтте. Беҙҙең Хәйбулла районының 5 мәктәбе яңы автобуслы булды. Беҙҙең 2-се һанлы Акъяр мәктәбенә ике яңы ПАЗ автобусы уҡыусыларҙы филиалдарҙан база мәктәбенә ташырға, төрлө ярыштар, конкурстар, олимпиадаларға йөрөтөргә мөмкинлектәр бирәсәк.