

Мәрйәм Ғибәт ҡыҙы Суҡраҡ ауылында донъяға килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, һуңынан тыуған яҡтарына ла ҡайтармай уны тура Япон һуғышына ебәрәләр. «Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, башҡа балаларҙың аталары ҡайта башланы, ә минеке һаманда юҡ. Көн һайын өмөтләнеп көтә инем, 1947 йылда ғына ҡайтып инде», – тип хәтирәләргә сумды Мәрйәм инәй.
Подольск мәктәбенең 7-се класын тамамлағандан һуң, улар ғаиләләре менән Сиҙәм ауылына күсәләр. Ауылда 8-се кла- сты уҡып бөткәс уға «Хәйбулла» совхозында төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә. 1962 йылда Өфө кооператив техникумына уҡырға инә. Өс йыл уҡып, ҡулына таныҡлыҡ алғас, йүнәлтмә буйынса Аҡъяр ауылына РайПО-ға эшкә ебәрәләр. Универмагтың өлкән бухгалтеры булып хеҙмәт юлын башлай. 1990 йылға тиклем эшләгәндән һуң, Хәйбулла һөт комбинатында баш бух- галтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше Зәкәриә Ишмөхәмәт улы менән 1960 йылдарҙа ул Сиҙәм ауылына совхозға бухгалтер булып эшкә килгән осорҙа танышалар. 5 йыл осрашып йөрөгәндән һуң, 1965 йылда йәштәр ғаилә ҡороп район үҙәгендә йәшәй башлайҙар.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 32-се һанында уҡығыҙ