Яңылыҡтар
24 Август 2025, 08:00

Мәктәпкә әҙерһегеҙме?

Класс тормошонда әүҙем, ыңғай ҡатнашып йәшәргә әҙер бул. Башҡа ата-әсәләр менән дуҫ мөнәсәбәтте һаҡла.  

Мәктәпкә әҙерһегеҙме, атай - әсәйҙәр?

   Йәй буйы балалар ял итте. Кемдәрелер ауылға - өләсәй, ҡартатай , туғандары янына ҡунаҡҡа ҡайтты, кемдәрелер ял итеү урындарына, лагерҙарға урынлашты. Тик өйҙә генә ял итеүҙе хуп күргәндәре етерлек. Төрлөсә, һәр береһе үҙенә нисек оҡшай һәм әлбиттә финанс яҡтан ниндәй мөмкинселектәре бар - йәйҙәре  шулай гөрләп үтте. Каникулдар тамамланыуға бер аҙна ҡалды. Яңы уҡыу йылына әҙербеҙме?  Әлбиттә,“Балам нисек уҡыр икән?”-тип уйланаһың. Әммә ныҡ  борсолоп, үҙеңдең артыҡ ҡурҡыу тойғоларын балаға күрһәтмәҫ кәрәк тип баралар ҡайһы бер белгестәр. Бигерәк тә беренсе класҡа барған буласаҡ уҡыусы ҡаршыһында. Уҡытыусы менән аралашығыҙ. Уны бала ҡаршыһында насарлап, кире яҡтарын һанап ултырмағыҙ. Баланың алған белеме  һәм тәрбиәһе тап шунан башлана. Уҡытыусыһына аҙаҡ һеҙҙең күҙлек менән ҡараясаҡ. Үҙең класс тормошонда ыңғай, әүҙем ҡатнашып йәшәргә әҙер бул. Башҡа атай-әсәләр менән дуҫ мөнәсәбәтте һаҡла. Шунда бәләкәс бала үҙен яңғыҙ итеп тоймаясаҡ. Әгәр ғаиләлә үҫмер бала булып,  бишенсе класҡа барһа, йә иһә туғыҙынсы кластан һуң берәй ергә уҡырға ингән икән -  үҙеңдең  балаңа булған ышанысыңды белдерер кәрәк. Балалар бер иш түгел. Кемеһелер оялсан, кемеһелер үтә сығып бара.  Ышанысҡа бәйләнеп килгән аңлашыу, бер-берең менән төрлө хәлдәрҙә лә асыҡ һөйләшә алыу, бар хәлдә лә баланы аңлап, иң беренсе уны ишетә алыу- күп бәләләрҙән һаҡлар. Бында атай-әсәйҙәрҙең  балаларҙа буласаҡ үҙгәрештәренә әҙер булыуы кәрәк. Баланың яңылыҡтарын һәр саҡ тыңла, иғтибарлы бул. Иң мөһиме-үҫмер тормошта “насар”ҙары һәм “яҡшы”лары  булыуын белһен. Кәрәк саҡта”юҡ”тип әйтеү ҡамасауламаҫ. Ауырлыҡтарҙа ла, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ла яңғыҙ түгел икәнен аңлап тормош баҫҡыстарын үҙе яулаһын. Әлегә һеҙҙең ғаиләлә яңы уҡыу йылына балаға бар уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алынған. Алда -яңы уҡыу йылы көтә. Һәр көнөгөҙҙөң файҙалы үтһен - күберәк аралашығыҙ, бергә булығыҙ!

Мәктәпкә әҙерһегеҙме?
Мәктәпкә әҙерһегеҙме?
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас