

Бөгөн Аҡъяр ауылының «Уңыш» стадионнында «Башҡорт баҡыры» ойошмаһы һәм Хәйбулла районы хакимиәте менән берлектә ойошторолған « Дала батыры» ҡаршылыҡтар менән уҙыш үтте. Ярышта ҡатнашыусылар өсөн ойоштороусылар 8 ҡаршылыҡтан торған уникаль трасса әҙерләй.
Ярышҡа старт биреү менән командалар алға ынтылды. Бәйге командаларҙы йылғырлыҡта, тиҙлектә, берҙәмлектә һынай. Ярыш һынауҙарын үҙ иңебеҙҙә һынап ҡарағандан һуң, спортсыларҙың физик әҙерлек кенә түгел, рух ныҡлығы ла талап ителеүенә инандыҡ. Баһалама ағзалары спортсыларҙың һынауҙарҙы еренә еткереп үтәүенә иғтибар итте. Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған ярышта командалар алдына ҡуйылған һынауҙар ҡатмарлаша барһа ла, ойоштороусылар фекеренсә, йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле лә яҡшыра.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы арҡандар менән һырғалаҡ, бесән өҫтөнән аша үтергә, канат буйлап өҫкә үрмәләү һәм башҡа бик күп төрлө ҡаршылыҡтар көттө. Бер һүҙ менән әйткәндә, ярышта ҡатнашыусылар ғәйәт ҙур йөкләмә алды. Спортта ла, тормошта ла уңыш һәр ваҡыт команда эшенә бәйле буласаҡ.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты, 2-се урынға Башҡорт баҡыры, 3-сө урынға МЧС лайыҡ булды