Яңылыҡтар
22 Август 2025, 04:06

Ныҡ эҫетә!

Бына һиңә август аҙағы!    

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә бик эҫе була. Башгидромет синоптиктары өс көнгә фараз бирҙе. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 22 августа, һауа температураһы көндөҙ +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Төндә +7-нән +12 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Ямғыр төньяҡ райондарҙа ғына көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Шәмбе, 23 августа, көндөҙ ике градусҡа йылыраҡ була — һауа +28 градусҡаса йылына.

Төндә +8-ҙән +12 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Был көндө синоптиктар һиҙелерлек яуым-төшөм вәғәҙә итмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Йәкшәмбе, 24 августа, термометрҙа +30 градус була.

Төндә лә элекке көндәргә ҡарағанда күпкә йылыраҡ — +17 градусҡа тиклем. Ямғырҙар көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.

Автор:
Читайте нас