

Әрме мәҙәниәте көндәре федераль проекты сиктәрендә һәм Рәсәй дәүләт флагы көнөнә ҡарата Аҡъяр ауылында автоуҙыш ойошторолдо. Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары, төрлө ғәскәр төрҙәренең байраҡтары эленгән машиналар район үҙәге урамдары буйлап уҙҙы. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалды. Сара район мәҙәниәт йорто артистары әҙерләгән илһөйәрлек рухы менән һуғарылған бай, йөкмәткеле концерт номерҙары менән тамамланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 21-27 авгусында республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған Әрме мәҙәниәте көндәре үтә. Быға тиклем Әрме мәҙәниәте көндәре Тула, Санкт-Петербург, Тыва Республикаһында үткәрелде. Быйыл беҙҙең республика ла был проектҡа ҡушылды. Проект хәрби-патриотик ҡиммәттәрҙе популярлаштырыуға, традицияларҙы нығытыуға һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын күрһәтеүгә йүнәлтелгән.