Яңылыҡтар
21 Август 2025, 16:03

Яугир тыуған ауылы урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйған

   

Яугир тыуған ауылы урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйғанЯугир тыуған ауылы урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйған
Яугир тыуған ауылы урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйған

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылынан «Чистый» позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялында тыуған ауылына бүләк эшләргә булған. «Атайсал» проекты сиктәрендә ир-уҙаман үҙ урамына 15 заманса фонарь һатып алып ҡуйған. Был хаҡта «Родник плюс» гәзите хәбәр итә.

«Урамыбыҙҙың яҡтыраҡ һәм йәмлерәк булыуын теләнем», – тине яугир һәм Шөңгәккүл ауыл советы етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. 

Фото:«Родник плюс» гәзите
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас