Яңылыҡтар
20 Август 2025, 03:47

Халыҡ банктан аҡсаһын кире ала башланы. Ни өсөн?

Рәсәй Үҙәк банкыһының отчет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡ банкта һаҡланған аҡсаһын күпләп кире ала – июль айында ғына ла 200 миллиард һум алынған.

Үҙәк банк бының ике сәбәбен атай: төбәктәрҙә мобиль интернеттың әленән-әле һүндерелеп тороуы һәм шул арҡала кешеләрҙең банк картаһы менән иҫәпләшә алмауы; иҫәп-хисап яһау мониторингының ҡатмарлашыуы: кемгәлер аҡса күсергәндә махсус банк хеҙмәтенең уның дропперҙар эше түгелме икәнен тикшерә башлауы һәм һөҙөмтәлә был күсереүҙең тотҡарланыуы. Шуға күрә күптәр хәҙер тиҙерәк банкоматтан ҡулаҡса алыуҙы һәм артабан шуның менән генә иҫәпләшеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Етмәһә банкоматтар эшендә лә бөгөн өҙөклөк булғылай.

Рәсәй Финанс грамоталылығын үҫтереү ассоциацияһы белгесе Анна Веденеева белдереүенсә, был халыҡтың банк системаһына ышанысы кәмеүенә лә бәйле, сөнки кредитлау учреждениеларының үҙҙәрендәге хәүефһеҙлек системаһын үҫтереү буйынса күп саралар күреүенә ҡарамаҫтан, кешеләрҙең банктарҙағы иҫәбенән аҡса урлау күләме арта бара.

 

Автор:
Читайте нас