Яңылыҡтар
20 Август 2025, 17:29

Башҡортостандан слесарь 1,5 миллион һум отҡан!

  

Башҡортостандан слесарь 1,5 миллион һум отҡан!Башҡортостандан слесарь 1,5 миллион һум отҡан!
Башҡортостандан слесарь 1,5 миллион һум отҡан!

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған.

Яҡташыбыҙ Никита И. дәүләт лотереяларында күптән ҡатнаша: башта билеттарҙы һатыу нөктәләрендә һатып алһа, хәҙер мобиль ҡушымта менән файҙалана. Бына, ниһайәт, уға ла уңыш йылмайған. Никита суперприз — 1622810 һум аҡса отҡан.

Һөнәре буйынса Никита — ремонт-технологик ҡоролмалар слесары. Балыҡ тоторға, эндурола йөрөргә ярата, әммә хәҙер күп ваҡытын эштә үткәрә. Аҡсаны ул торлаҡ һатып алыуға тәүге иғәнә индереү өсөн тотонорға уйлай.

Автор:Ксения Калинина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас