Яңылыҡтар
19 Август 2025, 04:19

Тарттырылған түшәмде нисек йыуырға, таҙартырға?

Хәҙер ауылда ла матур итеп тарттырылған түшәм эшләтеп ҡуялар. Ул да бысрайҙыр, саң ултыралыр бит инде. Нисек таҙартып алырға?

Тарттырылған түшәмде йылына бер-ике тапҡыр йыуырға кәрәк. Уны таҙартҡанда кер порошогы, сода, һелтеле йә кислоталы таҙартыу саралары ҡулланырға ярамай. Бигүк бысранмаған түшәмде ҡоро йомшаҡ губка йә микрофибралы салфетка менән һөртөп алырға мөмкин. 
Бысранғанын иһә һабынлы һыуға манылған йомшаҡ сепрәк йәки губка менән йыуырға була. Йылы һыуға ҡырғыста ҡырылған кер һабыны һалып ирегәнен көтөргә кәрәк. Эҙе ҡалмаһын өсөн шунда уҡ артынса ҡоро сепрәк менән һөртөп барығыҙ. Таптар күренгеләһә, һауыт-һаба йыуған шыйыҡса тамыҙылған һыу менән йыуырға мөмкин.

Түшәмде ныҡ баҫмайса ғына башҡарығыҙ был эште. Полиэфир замш туҡыманан яһалғанын йомшаҡ ҡоро сепрәк менән һөртәләр генә, уны йыуырға ярамай. 

Тоноҡ түшәмде таҙартыуы еңелерәк. унда эҙ ҡалмай, күренмәй. Ә бына ялтырап торғаны менән проблема булыуы бар. Уны спиртлы тәҙрә таҙартҡыс аэрозоль һиптереп йыуырға була. Артынса йомшаҡ сепрәк менән ҡоротоп һөртә барырға. 

Ҡайнар һыу тарттырылған түшәмде боҙа, шуға уның температураһы 40 градустан артмаһын. Швабра ҡулланмағыҙ, һаҡһыҙ ҡыланып, уның менән түшәмде төртөп тишеүегеҙ ихтимал.

Хәйер, түшәмде таҙартыу өсөн махсус саралар ҙа бар хәҙер.

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-187772453_144439

Автор:
Читайте нас