Яңылыҡтар
18 Августа 2025, 14:02

Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!

Яңы Ергән ауылынан Рәшит һәм Әнисә Хәсәновтар 55 йыл бергә татыу ғүмер итәләр

Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!
Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!

Яңы Ергән ауылында хөрмәттә, мөхәббәттә, бер-береһен аңлап йәшәүсе парҙарҙың береһе Рәшит һәм Әнисә Хәсәновтар быйыл зөбәржәт туйҙарын – бергә ғүмер итеүҙәренең 55 йыллығын билдәләйҙәр. Һөйөү хистәрен юғалтмай, уны ихтирам тойғоһо менән нығытып, бер-береһенә рәхмәтле булып йәшәгән татыу ғаилә улар. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, ғүмер юлын матур үткән өсөн тормош уларға үҙе ике «бишле» ҡуйған.
Рәшит Төхвәт улы 1948 йылда Иләс ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылы мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Орск ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында машинист-экскаваторсы һөнәренә уҡый. 2 йыл уҡығас, үҙенең һөнәри эшмәкәрлеген Гай ҡалаһында башлаған. Унда ул ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөү өсөн нигеҙ һалыу урынын булдырған.
1967 йылдың октябрь айында әрмегә алына һәм хәрби бурысын Белоруссияла үтәй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн «Хәрби-һауа көстәре отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә. 1969 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм «Яңы юл» колхозында шофер булып эшләй башлай.
Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы 1951 йылда Пермь ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан атаһын Пермь өлкәһенә армияға алалар. Хәрби хеҙмәт юлын тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хәрби заводҡа эшкә ебәрәләр. Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Берәр йыл эшләгәндән һуң Рәшит Төхвәт улы менән танышалар, 1970 йылда Иләс ауылында тормош көтә башлайҙар. Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортона мөдир тип тәғәйенләнә.
1974 йылда Рәшит Төхвәт улы механик колонна йөгө ташыған өсөн Ырымбур өлкәһе буйынса 1-се урын яулап, «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһе менән бүләкләнә. 1982 йылда фиҙаҡәр һәм тырыш хеҙмәте өсөн «Ун беренсе биш йыллыҡтың ударнигы» почет билдәһе менән наградлана.
1983 йылда Хәсәновтар Яңы Ергән ауылына күсәләр, «Яңы юл» колхозында шофер булып эшен дауам итә. Ауылда эш юҡ тип зарланып ултыра торғандарҙан түгел Хәсәновтар. Булдыҡлы хужалар 1988 йылда колхоздан 4 инә сусҡаны ҡуртымға ала, уларҙан 30 сусҡа балаһы тыуа. Йәш сусҡаларҙы 6 айҙа 1 центнерға тиклем үҫтереп, колхозға кире ҡайтаралар. Шул уҡ йылда эшһөйәр ғаилә яңы тыуған быҙауҙарҙың 50 башын ҡуртымға алалар. 18 ай дауамында уларҙы һимертеп, 4 центнерға тиклем үҫтергәндән һуң, Сибай ҡалаһының ит комбинатына тапшыралар.
–Хужалыҡта ҡатыным, балаларым ярҙам итте, шуға күрә ауыр ҙа түгел ине. Арендаға алынған хужалыҡтан тыш, үҙебеҙҙеке лә булды: «Орлик» ҡушаматлы ат, һыйыр, быҙау, һарыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә, тауыҡ, ҡуян, – ти ғаилә башлығы. 
Рәшит Төхвәт улы бик әүҙем, эшһөйәр һәм яуаплы, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа ярыштарҙа, спорт һәм хеҙмәт тормошонда, һабантуйҙарҙа ҡатнаша, призлы урындар ала. Уның хоббиһы һәм төп мауығыуы – һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, барыһы ла яйға һалынған, матур һәм дөрөҫ килеп сыға. 45 йыл стажын тултырып, «Хеҙмәт ветераны» булараҡ хаҡлы ялға сыға.
1999 йылда егәрле Хәсәновтар 160 квадрат метрлыҡ ҙур йорт төҙөй. Рәшит Төхвәт улы быяла һауыттарҙан мунса төҙөп ала. Ундай мунса бөтә районға берәү генә булған! Райондан журналистар, гәзит мөхәррирҙәре килә, фотоға төшөрөп, интервью алалар, гәзиткә баҫтыралар. Йорт тирәләй төрлө үҫентеләр ултыртылған: алма, груша, ҡарағат, слива, абрикос һәм башҡалар. Хәҙер 30-ҙан ашыу абрикос ағасы иҫәпләнә, хатта үҙ аллеялары бар. Ауылдаштар уны «Рәшит һәм Әнисә аллеяһы» тип йөрөтәләр.
Әнисә Ғәфүрйән ҡыҙы ауылдың бөтә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, мәҙәни сараларҙа йырлай, оҙон көйҙәрҙе бөтә күңелен һалып башҡара. Бихисап конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаттары, грамоталар менән бүләкләнә. Шулай уҡ ҡул эштәре түңәрәктәрендә ойоҡтар бәйләй, күлдәктәр, баш кейемдәре тегә. Уның эштәрен ауылда ойошторолған күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин. Уңған хужабикә өй, баҡса тултырып, хуш еҫле сәскәләр үҫтерергә ярата.
Бөгөнгө көндә Хәсәновтар 5 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә, белем биреп, уларҙың ихтирамында, иғтибарында, 12 ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, бәхетле ғүмер итәләр. Һәр каникулда һәм ял көндәрендә балалары мөхәббәт, изгелек һәм йылылыҡ хакимлыҡ иткән был ҙур, уңайлы, йылы йортҡа ҡайталар. Иң өлкән ҡыҙҙары Миләүшә балалары менән Пыть-Ях ҡалаһында йәшәйҙәр. Икенсе балалары – улдары Урал ғаиләһе менән Аҡъяр ауылында тора, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Уртансылары Йәнбикә улы менән Тобольск ҡалаһында йәшәй. Вахта ысулы менән Петропавловка ауылында эшләй, ата-әсәһенә йыш ҡына ҡайтып, ярҙам итә. Ҡыҙҙары Миңзәлә ғаиләһе менән Гай ҡалаһында йәшәй. Әнисә Хәсәнова үҙенең 40 йәшлек юбилейына тағы бер ҡыҙ таба – бөгөн  Ғәлиә тормош иптәше һәм улы менән Төмән ҡалаһында донъя көтәләр.
Арабыҙҙа яратыу, тоғролоҡ, сабырлыҡ менән тигеҙ ғүмер иткән, күптәргә өлгө булырҙай бындай парҙарҙың булыуы һөйөндөрә. Уларға бөгөнгө көндә бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй. Хәсәновтарҙы зөбәржәт туйҙары менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ҡыуаныслы көндәр теләйбеҙ.

Автор:Аниса Рахмангулова
Читайте нас