Яңылыҡтар
18 Август 2025, 05:23

Моряктар байрам итте

Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Хәрби-диңгеҙ флоты – беҙҙең суверенитеттың ышаныслы гаранттарының береһе. Рәсәй диңгеҙселәре илебеҙ тарихының дауамында әллә күпме тапҡыр үҙҙәрен һәм Ватаныбыҙҙы данға күмде.

Моряктар байрам иттеМоряктар байрам итте
Моряктар байрам итте

Аҡъяр ауылының Еңеү паркында урынлашҡан Хәйбулла диңгеҙселәренә бағышланған һәйкәл янында Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған митинг үтте. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сараға элекке моряктарҙан тыш, район хакимиәте һәм район Советы вәкилдәре, йәмәғәтселек, хәрби хәрәкәт ветерандары һәм башҡалар йыйылды. Иң башта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә, Хәйбулла диңгеҙселәренә бағышланған һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды. Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фаил Бикбов бер төркөм элекке диңгеҙселәргә йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү буйынса индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн флот ветерандарына һәм әүҙем йәмәғәтселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әйткәндәй, бөгөн райондан бер нисә элекке диңгеҙсе махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Митингтан һуң Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары байраҡтар эленгән машиналарҙа район үҙәге урамдары буйлап үтеп, мәрхүм булған махсус хәрби операция ветераны Айбулат Юлдашбаевтың әсәһенә, бөгөнгө көндә махсус хәрби
операцияла ҡатнашҡан «Егерь» позывнойлы яугирҙың ғаиләһенә юлландылар. Байрам саралары аҙағында диңгеҙселәр төрлө спорт төрҙәрендә көс һынашты. Илебеҙҙең тыныслығын һаҡлап, хәрби бурысын үтәгән һәм бөгөнгө көндә хеҙмәт иткән диңгеҙселәрҙе Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән тәбрикләйбеҙ. Һәммәһенә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, рухи байлыҡ, тигеҙ ғаилә бәхете теләйбеҙ!

 

Моряктар байрам итте
Моряктар байрам итте
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас