

Уҡытыусылар нисек ял итә?
Хәйбулла районының “Һаҡмар” санаторийында быйыл профсоюз аша ойошторолған ялда июль, август айҙарында республиканың бар райондарынан килгән педагогтар ял иткән. Килгән педагогтарға иң беренсе санаторийҙың тәбиғәте оҡшаған. “Бында тауҙар үҙҙәре һиңә тыныслыҡ бирә- мобиль бәйләнеш юҡ. Һиңә секунд, минут һайын смс-хәбәрҙәр килмәй”,-тиҙәр күптәре.
Көтөп алған ял, йәйге отпуск. “Ялдарығыҙ нисек үтә?”- тигән һорау менән “Һаҡмар” санаторийында ял иткән бер –нисә уҡытыусыға мөрәжәғәт иттем.
Дания Ҡәйепова , тәрбиәсе: “Ял итеү оҡшай.Бик матур ҡаршы алалар, һәр бер хеҙмәткәр ярҙам итергә әҙер тора, иғтибарлылар. Шаулап йөрөгән кеше юҡ. Дауаланып та, ял итеп тә була. Теләгең генә булһын. Кис санаторийҙың педагог-тәрбиәселәре төрлө кисәләр ойошторалар”
Гульзада Маннапова, уҡытыусы: “ Өфө ҡалаһында йәшәйем. Тыуған районым –Хәйбулла. Татыр-үҙәк ауылынан. Профком путевка тәҡдим иткәс ихлас риза булдым. Тыуған яғым һауаһы, ере-үҙе дауа”.
Альбина Лужних(Өфө ҡалаһы): ”Кешеләре ихлас. Бик тәмле ашаталар. Дауалау ҙа тыныс ҡына бара. Һәр кем үҙ эшен еренә еткереп эшләй”.Әйткәндәй, Альбина Лужних үҙе теләп көлөү терапияһы тураһында һөйләне, уҡытыусылар көлөү терапияһының бер-нисә күнегеүендә мауығып ҡатнашып ҡаранылар.
Регина Биглова, педагог: “Буш ваҡытында ла уҡытыусы тик ултырмай бит ул. Иртәнән алып кемдер саф һауала йога эшләй, кемеһелер йүгерә,еңелсә күнегеүҙәр эшләй”.
Айгөл Вәлиуллина, уҡытыусы: “Миңә санаторийҙың урынлашҡан урыны оҡшаны. Тауҙар иле һәм йылы Һаҡмар йылғаһы. Һыуы йылы. Һалда ағып ҡайттыҡ, тауға мендек. Матур, тарихи легендалы тауҙары күп. Һауаһы-үҙе бер дауа. Ҡаланың шау-шыуы юҡ. Үҙемә яҡшы, ихлас дуҫтар таптым”.
Шулай итеп, санаторийға килгән ял итеүселәр бар ергә өлгөргән -киске уйындарҙа ҡатнашҡандар, саф һауала, тәбиғәт матурлығын күреп, матур тарихи легендалы тауҙарға менгәндәр. Мәтрүшкә сәскәһен, кейәү инә үләнен йыйғандар.Бассейнда булғандар, Һаҡмар йылғаның йылы һыуында көн һайын һыу төшкәндәр, һалда ла ағып килгәндәр. Дауалау курстарын да алғандар. Башҡортостандың Хәйбулла районына беренсе мәртәбә килгәндәре: “Килеүе алыҫ, әммә беҙ әллә нисә километр үтеп килгәнебеҙгә үкенмәнек. Ял өсөн рәхмәтлебеҙ!Аралаштыҡ, дуҫлаштыҡ”.
Яңы уҡыу йылын башлар алдынан һаулыҡтарын нығытҡан уҡытыусыларға киләһе уҡыу йылында тик уңыштар ғына теләйбеҙ!