

Бөгөн “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында “Асыл” беренсе республика слеты асылды. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, атап әйткәндә Өфө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан һәм Хәйбулла районынан милли мәктәптәрҙең лидер уҡыусылары, уларҙың етәкселәре йыйылды. Слетта ҡатнашыусыларға өс көн буйына оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы лекциялар, интенсивтар, квест-уйындар һәм башҡа күп саралар ойоштороласаҡ.