

Аҡъяр ауылының Йәштәр йортонда Башҡортостан Республикаһында креатив индустрияларҙы үҫтереү проект сиктәрендә ижади кешеләр һәм эшҡыуарҙарҙың район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм бизнес-шериф Наил Байғусҡаров менән осрашыуы үтте.
Түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған осрашыуҙа бизнес өлкәһендә яңы мөмкинлектәр һәм креатив ҡараш тикшерелде, районды төҙөкләндереү, туристарҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү йәһәтенән яңы идеялар тәҡдим ителде. Район эшҡыуарҙары был йүнәлештә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлегенә ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай.
Осрашыу аҙағында республикала Креатив индустриялар көнөн билдәләү сиктәрендә шәхси эшҡыуарҙар Дарья Жукова, Илшат Игебаев, Илсиәр Иҙрисова, Алсу Байғусҡароваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Әйтергә кәрәк, апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе.
“Бөгөн беҙ Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың эшенә старт бирәбеҙ. Беҙҙең бурыс – был мөһим даирәнең үҫешендә яңы этапты башлау, эште тәғәйен юҫыҡҡа күсереү. Беҙ әүҙем ижади кешеләр командаһын тупланыҡ. Идеялар менән алмашасаҡбыҙ, тәғәйен проекттарҙы тикшерәсәкбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.