Яңылыҡтар
6 Август 2025, 19:27

Һалда ағыу

Һалда аҡҡан ваҡытта насар хәбәрҙәр һөйләргә ярамаған.

Һалда ағыу.

Йылға асылыу менән йылғала сәйәхәт итергә яратыусылар күп. Шаулап ташып торған торған йылға, бейек ҡаялар ҙа ҡурҡытмай уларҙы. Башҡорт халҡында һалда ағыу бик борондан килә. Хатта үҙҙәренең ырымдары ла булған. Һалағыу ваҡытында усаҡтағы ут шартлап, асыҡ янһа - барыһы ла яҡшы булыр, уңырбыҙ, тип ышанғандар. Усаҡты ашаҡлап сығырға, уға ҡый, ашарға ярамаған әйберҙәр  ташларға ҡушмағандар. Һалда аҡҡан ваҡытта насар хәбәрҙәр һөйләргә тырышмағандар. Хәҙер һал, кәмә, байдарка менән ағырға яратыусылар был ырымдарға бирелеп ышанмаһалар ҙа, йылғаға инер алдынан барыһы ла “Хәйерле сәйәхәт, яҡшы кәйеф!”-тип оҙаталар икән. Психологтар фекеренсә, тәбиғәт менән яҡындан аралашыу кешене асылырға, хатта үҙе лә белмәгән сифаттарын  күрергә мөмкинлектәр бирә икән. Хатта ҡыҫҡа ғына сәйәхәтте алдан планлаштырыу ҙә ҡыуаныс, ҡыҙыҡһыныу  тойғоларын үҫтерә тиҙәр. Һалда ағыу кешелә булған эмоциональ көсөргәнешлелекте кәметә, йөрәккә лә файҙалы . Әммә табиптар юғары температура булғанда, элекке физик ауыртыныуҙары булғандарға һал менән ағыуға һаҡ ҡарарға тәҡдим итәләр. Бында , әлбиттә йылғаның ниндәй булыуына ҡарап хәл итергә мөмкин. Яңы ғына кәмәлә йөрөргә өйрәнгәндәргә белгестәр талғын йылғаны һайларға ҡушалар.Аҙыҡтан тиҙ боҙола торған ризыҡтарҙы алмаҫҡа. Кем тәмлекәстәрһеҙ йәшәй алмай-уларға шоколад, йомшаҡ кәнфитттәр алырға кәңәш итмәйҙәр, ирейәсәк. Иң яҡшыһы-вафли, печенье, ҡуйыртылған һөт. Тағы ла ябай ғына әйбер – шыптыр, йәки ҡый һала торған  ҡапсыҡ уйламағанда ямғыр яуып ебәрһә –беренсе ярҙамсы икән. Рюкзакта күп урын алмай.  Ойоҡбашың һыуланһа- полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, тышынан һыу ойоҡбашыңды  кейһәң дә аяғың өшөмәҫ. Шулай уҡ эҫе үткәндә нимә эшләргә, нисек асыҡ, ябыҡ яраларҙы бәйләргә, һыуға батып иҫен юғалтҡан кешегә беренсе ярҙамды нисек күрһәтеү тураһында белемеңде ҡабатлап, белгәнеңде иҫкә төшөрөү. артыҡ булмаҫ . Һәр ваҡыт яҡындарығыҙ менән бәйләнештә булып, үҙ аҡҡан юлығыҙҙы хәбәр итеп тороу яҡшыраҡ булыр. Ысын сәйәхәтсе үҙ рюкзагына тағы нимәләр алырға үҙе бик яҡшы белә. Йәйге йылы көндәрҙә  һалда йөрөүҙең бар серҙәрен белгән яҡындарың , йәки һалағыу менән шөғөлләнгән махсус ойошмалар менән талғын ғына йылғала үҙеңә бер-нисә сәғәт сәйәхәт ойоштороу үҙе бер ял!

 

Һалда ағыу
Һалда ағыу
Һалда ағыу
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас