Яңылыҡтар
6 Август 2025, 05:16

Рәсәй Геройы Никита Петров тыуған яғында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Никита Петровҡа  Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

Рәсәй Геройы Никита Петров тыуған яғында булдыРәсәй Геройы Никита Петров тыуған яғында булды
Рәсәй Геройы Никита Петров тыуған яғында булды

Башҡортостанға ҡайтҡас, Яңы Петровка  ауылынан яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Никита Петров Өфөнөң «Патриот» паркында һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты.

Тантана аҙағында Радий Хәбиров бер төркөм яугирҙарға һәм ветерандарға наградалар тапшырҙы. Улар араһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Никита Петров та булды – уға Генерал Шайморатов ордены тапшырылды. Яңы Петровка ауылы егете Псковта  Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Хеҙмәтен тултырғас та, Ватанды һаҡлауға тоғро ҡалып, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән  алғы һыҙыҡта һәм  хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.

Никита Петров махсус хәрби операция башланғандан алып тәүге тапҡыр ҡатыны Полина менән тыуған Хәйбулла районына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты. Өйҙә саҡта Никита тыуған Өфө урта мәктәбендә уҡыусылар һәм ауыл ирекмәндәре, шулай уҡ  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашты. Аҡъяр ауылында ул Еңеү һалдаты һәйкәленә һәм Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсына сәскәләр һалды.

Тағы ла Никита Йәштәр йортонда булып, уны мәктәп уҡыусылары, кадеттар, уҡытыусылар, махсус хәрби операция ветерандары, “Хәйбулла. Тыуған тыл” төркөмө ирекмәндәре йылы ҡаршы алды. Кадет кластары уҡыусылары, ирекмәндәр Никитаға һәм ҡатыны Полинаға бүләктәр тапшырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар геройҙы изге теләктәр менән алыҫ юлға оҙатты. Никита ҡатыны менән Хәрби дан ҡалаһы Псковҡа, хәрби частар урынлашҡан урынға юлланды.

Никита бик тыйнаҡ һәм аҙ һүҙле кеше, геройҙар үҙҙәре тураһында һөйләргә яратмай. Ул бәләкәй Ватанына һирәк ҡайта, әммә бөтә яҡташтары өсөн Никита Ватанға тоғролоҡ һәм ҡаһарманлыҡ  өлгөһө булып тора.

Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ  Никита Александровичҡа һәм бөгөн махсус хәрби операция зонаһында лайыҡлы хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.

Белеүегеҙсә, яҡташыбыҙ Никита Петровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Оло награданы Хәйбулла егетенә Рәсәй Оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас