

Башҡортостанға эҫе ҡайта. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +30 градусҡаса күтәреләсәк. Бындай һауа торошо күпме дауам итәсәк, ғөмүмән, августтан нимә көтөргә?
Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, август башы аномаль эҫе буласаҡ.
Алдағы өс көндә яуым-төшөм көтөлмәй. Ә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙна ла эҫе һәм ҡояшлы буласаҡ. Фобос үҙәге оҙайлы һауа торошон фаразлай. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала 10 авгусҡа тиклем эҫе торасаҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +30 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡайһы бер көндәрҙә урыны менән йәшен фаразлана.
Ә бына августың икенсе декадаһы һалҡын була. Һауа температураһы +21, +24 градусҡаса түбәнәйә. Ямғырҙар аҙ яуасаҡ. Ә айҙың өсөнсө декадаһында хатта һыуыҡ буласаҡ. Термометр бағанаһы +8, +14 градусҡа тиклем төшәсәк. Һауаның максималь температураһы 31 августа — +22 градус булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр етерлек. Авгусҡа ҡарата Рәсәй Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (+17,2 градус тирәһе). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (45-65 миллиметр) тип күҙаллана.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.