

67 йыл бергә ғүмер кисереүсе ғаилә тураһында ишеткәс, улар хаҡында гәзит биттәрендә яҙмайынса булдыра алманыҡ. Мәмбәт ауылынан Фәрит һәм Кинйәбикә Мәмбәтовтар ҡулға-ҡул тотоношоп, мөхәббәт нурҙарына сорналып, ауылдаштарына үрнәк булып, ауылға йәм өҫтәп ғүмер итәләр.
67 йыл... Әйтеүе генә анһат, ә ошо йылдар эсендә күпме ҡаршылыҡтар, һынауҙар, һикәлтәле юлдар осрамағандыр уларға. Тик Мәмбәтовтар ғүмер буйы мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, бер-береһенә кәрәк булып, ихтирам итеп, ғаилә усағын һүндермәйсә матур ғүмер итәләр. Оҙаҡ йылдар башланғыс кластарҙа уҡытҡан абруйлы уҡытыусы Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙының тормош һуҡмағы оҙон да, ҡатмарлы ла, иҫтәлекле ваҡиғаларға ла бай. Ул Аҡъяр ауылында донъяға килгән. Аҡъяр урта
мәктәбендә белем ала, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. 7-се класты тамамлағандан һуң, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлеген 1956 йылда уңышлы тамамлай. Ҡулына таныҡлыҡ алғас та Сәғит ауылы мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. Ошо ауыл егете Фәрит Мәмбәтов менән танышып, 1958 йылда йәштәр ғаилә ҡоралар. Йәш ғаилә 1968 йылда Мәмбәт ауылына күсә. Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо ауылда балаларға белем бирә. Уҡыусылары араһында хәҙер уҡытыусылар, табиптар, механизаторҙар һәм башҡа бик күп төр һөнәр эйәләре бар. Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙын уҡыусылары әле лә онотмай, осрашыу кисәләренә саҡырып торалар, байрамдарҙа өйөнә килеп ҡотлап, бүләк тапшырып китәләр.
– Эшеңде, уҡытҡан уҡыусыларыңды яратырға кәрәк, улар һиңә ышанһын, шул ваҡытта ғына ул бала уҡып, үҙ маҡсаттарына ирешә ала. Эшемде лә, уҡыусы балаларымды ла үҙемдекеләй кеүек яраттым, – ти мәғариф хеҙмәте ветераны.
Фәрит Исмәғил улы Сәғит ауылында донъяға килгән. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында уҡыһа, 10-сы класты Аҡъяр мәктәбендә тамамлай. Артабан тыуған ауылына ҡайтып совхозда һарыҡ көтөүсеһе булып эшләй башлай, уның араһында ат
та, һыйыр ҙа көтә. Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында зооветеринария техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғандан алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы «Маҡан» совхозында ветеринар, зоотехник, бригадир булып эшләй. Әлеге ваҡытта биш намаҙын ҡалдырмай, мәсеткә лә йөрөй. Әҙәби, дини журналдарҙан, республика, район баҫмаларынан айырылмайҙар, һәр ваҡыт алдырып уҡып баралар. Әйткәндәй, Фәрит Мәмбәтов «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе
лә булды, уның тәрән йөкмәткеле мәҡәләләрен уҡыусыларыбыҙ яратып уҡыны. Мәмбәтовтар тырыш хеҙмәттәре өсөн район, республика исеменән бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙы ла, Фәрит Исмәғил улы ла ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Матур пар булыуҙары һәм етеш йәшәүҙәре менән улар күптәргә өлгә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан әле булһа ла мал тоталар, баҡсаларында төрлө емештәр үҫтерәләр. Мәмбәтовтар биш балаға ғүмер бүләк иткән, ике ҡыҙ һәм өс ул үҫтереп, тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған. «Балаларыбыҙ, шөкөр, ярҙамдарынан ташламайҙар. Хәлебеҙҙе белеп, килеп-китеп торалар», – ти улар. Тормош булғас, һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә була тигәндәй, үкенескә күрә, өс улдары мәрхүм булып, ата-әсәһен оло ҡайғыға һала. Йәндәре
ожмах түрендә булһын. Ҡыҙҙары Нәсимә Нефтекама ҡалаһында, ә Филүзә Өфө ҡалаһында ғаиләләре менән төпләнәләр. Алты ейән-ейәнсәрҙәре, һигеҙ бүләбүләсәрҙәре күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәсеүсе ҡартатай, өләсәй булыуҙары
менән дә бәхетле Мәмбәтовтар. Бер ейәндәре әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Илдәр тынысланып китһен, һәр ир-егет яҡындарына, туғандарына имен-һау әйләнеп ҡайтһын тип, доғаларын уҡып торалар.
Ҡулға ҡул тотоношоп, бөтә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә кисереп, бер-бер артлы балалар үҫтереп, ҡартатай-өләсәй булыу бәхетен татып йәшәүҙәренә 67 йыл булып та киткән. Бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү – был ғаилә уңышының нигеҙе. Мәмбәтовтар тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Һәр яңы көн менән уларға тик шатлыҡтар, һөйөнөслө хәбәрҙәр генә алып килһен, именлек һәм артабан да тигеҙ ғүмер теләйек.
67 тапҡыр улар бергә йәмле йәйҙе, һалҡын ҡышты ҡаршы алһа, 67 тапҡыр яҙ йылыһын тойоп, йәнә емеш биргән алтын көҙгә бергәләп һоҡлана... Кеше ғүмерен дә юҡҡа ғына тәбиғәт миҙгелдәре менән сағыштырмайҙарҙыр. Уның да бит бөрөләнгән, сәскә атҡан, тажын ҡойған мәлдәре бар. Әммә һәр миҙгелдең матурлығы булған кеүек, кеше ғүмеренең дә һәр осоро үҙе бер матурлыҡҡа эйә. Бай тормош тәжрибәһе туплап, йөҙөндәге һәр йыйырсығы һайын мөләйемлек, яҡты нур
бөркөлөп торған әбейҙәрҙе, алсаҡ йөҙлө бабайҙарҙы күрәһең дә: «Их, шулай бергә ҡартайырға насип булһа ине!» – тип уйлап ҡуяһың.
Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Фәрит һәм Кинйәбикә Мәмбәтовтар ғаиләһенә, балалары, яҡындары теләгәнсә, артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!