

Латыпова Хәсилә Мөхәмәтйән ҡыҙы 1940 йылда Һултас ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән Хәсилә инәйгә үҙ иңәрендә күпте күрергә тура килә.
1948 йылда, өйҙәре емерлгәнсе Һултаста йәшәп, Таштуғай ауылында өләсәсәйем ситәндән өй үреп күсеп сығалар. Ауылда башланғыс ҡына мәктәп булыу сәбәпле, 4 класты ғына тамамларға тура килә. Һуғыш бөтөү менән тормош еңеләймәй. Буш ерҙәргә картуф, ашҡабаҡ сәскәндәр, Мәләтин мәрйәләренән ҡаймаҡ, майға алыштырып, орлоҡ ала торғандар. Аслыҡ, кейемгә ҡытлыҡ булһа ла , Хәсилә инәй мәктәпте ташламай. Артабан Мәмбәт ауылына 20 саҡрым йәйәү йөрөп, 3 йыл белем ала.
16 йәшенән үк Таштуғай фермаһына һауынсы булып эшкә төшә. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. 18 баш һыйырҙы (ул ваҡыттағы норма) ҡул менән һауырға тура килә. Быҙауын тәрбиәләргә, аҙыҡ таратырға, аҫтын таҙартырға, йыуырға, йылғаға алып барып һуғарырға кәрәк. Уның араһында ат менән бесән ташышыу, уны һарай башына һалыу, төшөрөп, бүлешеп алыу һәм башҡа бөткөһөҙ эштәр. Көйәнтәләп быҡтырылған һаламды ташып һалғандар.
Көн дә таң һарыһынан эшенә ашыҡҡан егәрле һауынсы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, исеме совхоздың Почет таҡтаһынан төшмәй, маҡталып эшләй. 1966 йылда атҡаҙанған һауынсы исеме лә бирәләр инәйгә. 1984 йылда алдынғы ҡымыҙ эшләүсе исеменә лә лайыҡ була.
Буй еткән ҡыҙ Таштуғай ауылы егете Айҙар Әхмәҙулла улы менән осрашыу уның артабанғы яҙмышын хәл итә. 1957 йылда уларға никах уҡыталар. Матур итеп ғаилә ҡороп йәшәгәндә ғаилә башлығын әрмегә алалар. Ракета ғәскәрендә 3 йыл 4 ай хеҙмәт итә, Азербайджанда сержантҡа уҡыған. Инде ҡайтыр ваҡыты еткәндә, корелия кризисы тип ҡайтармай тотҡарлайҙар. 1961 йылдың декабрендә саҡ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
58 йыл бергә, иңгә-иң терәп йәшәй Латыповтар. Мөхәббәт емештәре - 3 балаға – 3 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Өлкәне Вәсилә ҡыҙы ауылда ғаиләһе менән тора. Тәнзилә ҡыҙы, Подольск ауылында йәшәп, хәҙер хаҡлы ялда әсәһен ҡарай. Тырыш һәм тынғыһыҙ ғаиләнең тормошо болотһоҙ аяҙ көндәрҙән генә тормай. Бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә Латыповтарға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кесе ҡыҙҙары Зифа йәшләй мәрхүм була. Нисек кенә ауыр булмаһын, төшөнкөлөккә бирелмәй, күңелдәре ҡатмай, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәй улар. Хәҙер инде Айҙар олатайҙың мәрхүм булғанына 10 йыл булып китте.
Хәсилә Мөхәмәтйән ҡыҙының хеҙмәте, тырышлығы юғары баһалана. 1966 йылда Юғары Советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1967 йылда В.И.Ленин һәйкәлен асыу митингыһына саҡырыу билеты ала. 1970 йылда СССР Юғары Советы Президиумы исеменән “Намыҫлы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан” юбилей миҙалы, 1988 һәм 1990 йылдарҙа СССР Юғары Советы Президиумы исеменән БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.
Ауыр тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны ошо көндәрҙә күркәм байрамын - 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул бөгөн "Тормош ауыр" тип һыҡтап ятыусы йәштәргә үрнәк булырлыҡ, фәһем алырлыҡ. Теләһәң, ихтыяр көсөң булһа, бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға мөмкин икәнен ағинәйҙең үткәндәре раҫлай. Һеҙҙе күңел күтәренкелеге һәм ышаныс ташламаһын, һәр көн бәхетле хәтирәләр, йылы йылмайыу, яҡты өмөттәр, изге хыялдар бүләк итһен.
Хөрмәтле Хәсилә Мөхәмәтйән ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Сад Айгөл, ейәнсәре: