

Кем - хужа, кем - ҡунаҡ?
Йәй. Күптәребеҙ атай-әсәй, туғандары янына ялға ҡайта. Ҡоймаҡ, бәлештәр теҙелә. Йәйге эҫе көндәрҙә кемдең тәҙрәһе асыҡ –иртә таңдан әтәстәр уята. Сәғәтең дә кәрәкмәй. Беҙҙең әтәстең дә кәртә янындағы ҡапҡаға менеп ҡысҡыра торған үҙенең урыны бар. Ярар, уятһын ул әтәс. Сөнки ауылда иртә торһаң –уңаһың. Эҫе төшкәнсе ваҡ-төйәк көндәлек эштәреңде тамамлап, яҡында йылғаң булһа-һыу инергә йүгерәһең. Бына шундай ыңғай яғы бар иртәнге сәғәт урынына уятҡан әтәстең. Кире яғы ла бар - ҡайһы бер әтәстәр суҡыйҙар. Улар янынан үтеп булмай. Беҙҙең әтәсте генә алайыҡ. Уның янынан үтеп барһаң иң беренсе һинең күҙеңә ҡарай. Муйынын һуҙып ебәрә.Саҡ ҡына ҡурҡҡан ҡарашыңды тотоп алып, һинең яҡҡа ҡырын атлап йүгерә башлаһа-бөттөң! Ул һине суҡыясаҡ тигән һүҙ. Ә ҡурҡмайым тип эргәһенән бик эре генә үтеп китеп барып, уның яғына яңылыш ҡына ҡурҡҡан ҡарашыңды ташлаһаң тағы харап булаһың –артыңдан һине ҡыуып еткәнсе баҫтырасаҡ. Ҙур таяҡ, көрәк менән һелтәнеп суҡылмай ҡалаһың. Йә ишек алдына киткән ҡапҡа яғына бар көсөңә йүгереп барып етеп, инде һине баҫтырып еткән әтәстең суҡышы алдынан ғына ҡапҡаны шарт япһаң - ҡотолоп була. Атай-әсәйемә –үҙ хужаларын суҡырға ла уйламай. Баҡһаң, уларға ҡурҡыу тойғоһон күрһәтергә ярамай икән. Һиңә килә башлаған әтәстең үҙенә ҡапыл ғына һөжүм итергә мөмкин, мәҫәлән һалҡын һыу һибеп ебәрәһең, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, улар шулай итеп үҙ биләмәләрен һаҡлайҙар икән. Әлбиттә, бик ныҡ суҡыша башлаған әтәстәр ҙә бар, ул саҡта ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәңәш итәләр. Бына шулай, ихатала кем хужа ла, кем ҡунаҡ икәнен күрһәтә ҡайһы бер әтәстәр.