

Полиция майоры Вадим Нурғәлин өсөн ғәҙәти дежур төнө була. Шул мәлдә полицияға хәүефле хәбәр килә: кемдер йорттоң тәҙрәһен ватырға маташа. Асыҡланыуынса 26 июлгә ҡарай төндә бөтә кешеләр тыныс йоҡлаған саҡта, Гагарин урамындағы ике фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Хәлде өйҙә үҙаллы бинанан сыға алмаған кешеләр булыуы ҡатмарлаштырған.
Полицияның өлкән участковыйы Вадим Ришат улы шунда уҡ ваҡиға урынына юллана. Йорттоң ишеген емереп, ул төтөн менән ҡапланған бүлмәгә инә. Ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа ла, тәүәккәл һәм тиҙ эш итеп ике кешене ҡотҡара. Полиция хеҙмәткәренең оператив эшмәкәрлеге арҡаһында бер кем дә зыян күрмәй.
Янғын һүндереүселәр тиҙ арала ут һүндереүгә тотона, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортто һаҡлап ҡала алмайҙар.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 31-се һанында уҡығыҙ