Яңылыҡтар
30 Июль 2025, 09:33

Ҡайһы тармаҡтарҙа фажиғә йышыраҡ теркәлә?

Бәләгә тарығандың ниндәй хоҡуҡтары бар? 

Ҡайһы тармаҡтарҙа фажиғә йышыраҡ теркәлә?Ҡайһы тармаҡтарҙа фажиғә йышыраҡ теркәлә?
Ҡайһы тармаҡтарҙа фажиғә йышыраҡ теркәлә?

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина “Башинформ”да үткәрелгән матбуғат конференцияһында хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә производствола йәрәхәтләнеү осраҡтары, ошондай осраҡтарҙа фажиғәгә тарыусының хоҡуҡтары һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Бәхетһеҙ осраҡтың производство менән бәйлеме-юҡмы икәнлеген махсус комиссия билдәләй, тип әйтелде матбуғат сараһында. Өҫтәүенә производствола йәрәхәтләнгән хеҙмәткәрҙең беренсе медицина ярҙамына хоҡуғы барлығы тураһында хәбәр ителде. Эш биреүсе тиҙ арала быны атҡарырыға тейеш һәм кәрәк икән дауаханаға илтергә бурыслы. Фажиғәгә тарыған кеше шәхсән үҙе йәки туғандары, ышаныслы кешеләре бәхетһеҙ осраҡты тишереү хоҡуғына эйә.

Йәрәхәтләнеүҙең етештереүҙә теркәлгәнлеген раҫлаған документ бар икән, уның бер данаһын эш биреүсе Башҡортостан буйынса Социаль фонд бүлексәһенә ебәрергә тейеш.

Төҙөлөш, сауҙа, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙан тыш, таш сығарыу, урман хужалығында эшләү, шулай уҡ һаҡ, клининг кеүек хеҙмәт өлкәләре йәрәхәтләнеү осраҡтары янаған өлкәләрҙең береһе булып ҡала, тиелде матбуғат сараһында. Өҫтәүенә эшкә рәсми рәүештә урынлашмау һәм производствола йәрәхәтләнеү осраҡтарын йәшереү, ғәҙәттә, бер-береһенә бәйле икән. Татьяна Астрелинаның һөйләүенсә, рәсми рәүештә эшкә теркәлмәү проблемаһы ил юғары кимәлдә - Президент, Хөкүмәт һәм Федераль Йыйылыш ҡарамағында.

- Эш урынында һәләк булған хеҙмәткәрҙәр, ғәҙәттә, производствола йәрәхәтләнеү осраҡтарының йәшерелеү сәбәбенә әүерелә. Бынан тыш, ошондай сәбәпле граждандарҙың йәрәхәтләнгән осраҡтарында, ғүмере өҙөлгән хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары федераль ҡануниәткә ярашлы компенсацияларҙан мәхрүм ителә, - тине Татьяна Астрелина.

Автор:
Читайте нас