

Балҡып торһон йортоң, яугир!
Оло Әбеш ауылы бер ваҡытта ла үҙенең батырҙарын онотмай. Мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, ауыл биләмәһе , мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ауылдаштары Махсус операцияла ҡатнашыусы яугир – Илһам Солтан улы Байгилдиндың ишек алдында, йортонда өмә үткәргәндәр.“Илһам Солтан улы өсөнсө йыл хеҙмәт итә. Ауылдаштары йыл да күмәкләп, дәррәү ихлас итеп өмәлә ҡатнашалар. Ишек алдын таҙалап, кәртә-ҡураһын төҙөкләндереп, өйөн матурлап ярҙам итәләр. Яуҙа йөрөгән һалдатыбыҙ, ялға ҡайтҡанында һәр беребеҙгә рәхмәтен еткерә. Ил һағында торған батыр яугирыбыҙға , Байгилдин Илһам Солтан улына оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Тыуған ауылында йорто, ишек алды ҡайтҡанында һәр саҡ таҙа булһын, йылмайып, балҡып көтөп торһон. Ауылдаштарының иғтибары уға көс-ҡеүәт бирһен! Тыуған яғына, тыуған нигеҙенә имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!”-тигән теләктәр ебәрәбеҙ ти ,ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәре Айгөл Әминева.