Яңылыҡтар
28 Июль 2025, 06:26

Күңеле һаман диңгеҙгә тартыла

Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, илебеҙҙе һаҡларға йән атып торған ҡыйыу яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Шуларҙың береһе – Өфө ауылында йәшәүсе Хәрби-диңгеҙ флоты ветераны Ғәзизйән Солтанов.

Күңеле һаман диңгеҙгә тартылаКүңеле һаман диңгеҙгә тартыла
Күңеле һаман диңгеҙгә тартыла

Ғәзизйән Сәлимйән улы Ивановка ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында урта белем алғандан һуң Ленин исемендәге колхозда малсы булып эшләй башлай, шоферҙар курсын үтә. 1988 йылда әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Приморье крайы Дунай ауылында урынлашҡан Тымыҡ океан флоты часына эләгә.

–Шоферҙар курсын бөткәс, шофер булырға тейеш инем. Ләкин хәрби комиссариатҡа барғас та, «Флотта хеҙмәт итәһең», тинеләр. Был хәбәргә шатландым, ауылда үҫкән кешегә диңгеҙҙе күреү, сит илдәрҙә булып ҡайтыуы үҙе бер ҡыуаныс. Хеҙмәт
итеү осоронда яңы танышыуҙар, дуҫтар күп булды, – тине Ғәзизйән Солтанов.
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, ауылда тыуып үҫкән егеттәр матрос тормошона еңел өйрәнә, ауырлыҡтарға бирешмәй, сыҙамлы була. Әрме сафында ир-егеттәр ҙур һынау үтә. Ғәзизйән Сәлимйән улы 9 ай хеҙмәт иткәндән һуң, Вьетнамға – Камрань ярымутрауына ебәрелә. Вьетнамға юлға сығыр алдынан мичмандар мәктәбендә уҡый.
–Вьетнамға барғанда беҙҙе «Русь» туристик лайнерында алып барҙылар. Карап ҙур, бер нисә ҡаттан тора ине. Унда вертолет, еңел машиналары ла бар ине. Барғанда асыҡ диңгеҙҙә бер аҙна булдыҡ, ҡайтҡанда бер ай самаһы. Хеҙмәтемде
тамамлап ҡайтҡас та, диңгеҙ гел төшөмә инде. Ул йылдарҙы һаман һағынам, хатта, ҡайһы саҡта кире барғым килеп китә. Байрамдарҙа Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән яҡташтар менән осрашып, матрос булған саҡтарҙы хәтерләп алабыҙ. Бик күп хеҙмәттәштәрем менән интернет аша бәйләнеш тотам, аралашып торабыҙ. Флотта төрлө хәлдәр күп булды, шулай ҙа бирешмәнек, үҙ-ара дуҫ булдыҡ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Ғәзизйән Сәлимйән улы.
1991 йылда хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Өфө ҡалаһында электрик һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алғас та тыуған ауылының Ленин исемендәге колхозында электрик-моторист булып эшләй. 1999 йылда Өфө ауылына күсеп төпләнә, унда ла ул
үҙен ауыл хужалығына бағышлай, «Матрай» совхозында оҙаҡ йылдар эшләй. 2001 йылда тормош иптәшен, Нәжиә Барый ҡыҙын осратып ғаилә ҡоралар. Ауылда егәрлелектәре, бөтмөрлөктәре, тырыш булыуҙары менән айырылған Солтановтар
биш балаға ғүмер бирәләр. Өлкән ҡыҙҙары Фәриҙә Өфө медицина колледжын тамамлай, әлеге ваҡытта тормош иптәше Айрат менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр, уларҙың ғаиләһендә бер ҡыҙ үҫеп килә. Улдары Ғәзинур Аҡъяр тау колледжын тамамлап, әле Силәбе ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй. Ҡыҙҙары Айһылыу Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжында туризм йүнәлеше буйынса белем ала. 9-сы класс уҡыусыһы Зөһрә, ҡул эштәре менән булыша: ебәк таҫмаларҙан сәскәләр эшләй, алмаз мозаикаһынан һүрәттәр йыя, бисерҙан төрлө биҙәүестәр яһай, ә кесе ҡыҙҙары Илүзә быйыл 7-се класҡа күскән. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауыл клубында үткәрелгән байрамдар унһыҙ үтмәй. 

Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 29-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас