Яңылыҡтар
23 Июль 2025, 14:20

Ил һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәс

Йәнтеш ауылы халҡы МХО башланғандан алып яугирҙарға нисек ярҙам итә?

Ил һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәсИл һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәс
Ил һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәс

 

 Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә Йәнтеш ауылының  әүҙем ағинәйҙәре МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға Өфөләге “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы, уның волонтерҙары аша үҙҙәренең сираттағы ярҙамын оҙатҡандар.  “Ағинәйҙәр- барыһы ун кеше. Ойошторолған барлыҡ мәҙәни байрамдарҙа, өмәләрҙә ҡатнашабыҙ.Үҙебеҙ оҫталыҡ дәрестәре, балалар менән осрашыуҙарҙар, төрлө йола байрамдарын үткәрәбеҙ. Район, республика конкурстарына ҡатнашып призлы урындар алабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ сәсән-йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге республика   сәсәндәр бәйгеһендә беренсе урын алып ҡайттыҡ. Шунан килгән аҡсанан һалдаттарға иң кәрәкле кәрәк-яраҡтар алып ылау аша ебәрҙек”-ти “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Фәниә Арыҫланова .Ғөмүмән, Йәнтеш ауылы халкы МХО башланғандан алып даими ярҙам итәләр. Маскировка селтәрҙәре , дронға ҡаршы ҡаршы япмалар, окоп шәмдәре эшләү, һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡтар туплау мәҙәниәт йортонда ойошторола. Бауырһаҡтар бешереү оҫтаһы, ағинәй Сәйҙә Исҡужина өмәлә татлы, тиҙ арала боҙола һалмай торған ризыҡты бешереү серҙәре менән ағинәйҙәр-Миңһылыу Арыҫланова, Хәкимә Ҡужәхмәтова, Фәрзәнә Хәсәнова, Лилиә һәм Гөлбикә Исҡужиналар, Гөлнур һәм Зөлфиә Моталовалар, Венера Шәмсетдиновалар менән уртаҡлашты. Өмәлә шулай уҡ Өфөнән ялға ҡайтҡан, “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһының береһе, “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Сафина Динара Насибулла ҡыҙы ҡатнашты. Ойошмалағы ҡыҙҙар һалдаттарға ылауҙы МХО-ға барып үҙҙәре тапшыралар. Хәрбиҙәрен рухтарын күтәреп, концерт ҡуялар. Сафина Динара Насибулла ҡыҙы , яугирҙарҙың нисек ҡаршылауҙарын һөйләне. Райондың төрлө төбәктәренән килгән, ошондай  ихласлыҡ менән тапшырылған гуманитар ярҙамды һәр кемдең үҙ сәләмдәре менән тапшырғанда: ”Ысын өй аҙығының тәмен, ә кейем-һалымда яҡындарыбыҙҙың күңел йылыһын тойғандай булабыҙ”-тип әйтәләр икән һалдаттар. “Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар . Доғалар ҡылынған, аҙан тауыштары яңғыраған иман йортонда бешерелгән татлы ризыҡ -күстәнәстәр яугирҙарға рухи көс өҫтәһен, еңеү килтерһен”-, ти ағинәйҙәр.  Йәнтеш ауылының шундай ярҙамсыл  халҡына, өлгөр ағинәйҙәренә ҙур рәхмәт һәм күстәнәстәрҙе алып барып тапшырасаҡ “Ете ҡыҙ”  йәмәғәт ойошмаһына еңел юл теләйбеҙ.

Илнара Аптикова

 

Ил һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәс
Ил һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәс
Ил һаҡсыларына -йәнтештәрҙән татлы күстәнәс
Читайте нас