Яңылыҡтар
21 Июль 2025, 10:19

Һынауҙарға әҙер булайыҡ

Илдә ҙур тиҙлек менән хәүефле инфекция тарала.     

Һынауҙарға әҙер булайыҡҺынауҙарға әҙер булайыҡ
Һынауҙарға әҙер булайыҡ

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы, Республика йоғошло ауырыуҙар клиникаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов илдә ҙур тиҙлек менән таралған хәүефле инфекция тураһында иҫкәртә. Менингококк инфекцияһы менән зарарланыу осраҡтары өлкәндәр араһында арта.

2024 йылдың тәүге биш айында Рәсәйҙә 1266 сир осрағы теркәлгән – был элгәрге йыл менән сағыштырғанда 260 процентҡа күберәк. Айырыуса ауыр өҙлөгөүҙәр һәм һәләк булыу ихтималлығы көслө булған өлкәндәрҙең 75 процентының ошо сиргә юлығыуы хәүеф тыуҙыра. Элек был сир нигеҙҙә балалар сире тип иҫәпләнһә, хәҙер хәл үҙгәргән. Табиптың әйтеүенсә, бының сәбәптәре бар, төп сәбәбе – миграция ағымының көсәйеүе, вакцина яһатмау һәм сирҙең ныҡ йоғошло булыуы.

– Был – киҫкен үтеүсе, ғәҙәттән тыш хәүефле сир. Уның мәкерлеге бик киң клиник билдәләрендә күренә. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең сирҙе таратыусы икәнен һиҙмәй ҙә йөрөүе мөмкин, шулай уҡ уның йәшен тиҙлегендә башланып, кешене һәләк итеүе лә ихтимал, – ти табип.

Менингококк инфекцияһының төп билдәләре менән танышығыҙ, улар сир формаларына бәйле:

– менингококк назофарингиты: биҙгәк тотоу, хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, тымау;

– менингококк сепсисы: биҙгәк тотоу, баш ауыртыуы, тиренең ағарыуы, ҡоҫоу, тирегә ҡан һауғандағы кеүек сабыртма сығыуы;

– менингококк менингиты: бик көслө баш ауыртыуы, уҡшытыу, ҡоҫоу, яҡтылыҡтан ҡурҡыу, муйын мускулдарының көсөргәнеше.

– Инфекция баш мейеһен зарарлай, менингит һәм менингоэнцефалит сирен барлыҡҡа килтерә, төрлө ауыр өҙлөгөүҙәргә дусар итә, мәҫәлән, бөйөр өҫтө биҙе етешмәүсәнлеге, ҡан ойоуы боҙолоуы, когнитив тайпылыштар һәм хатта эпилепсия башланыуы ихтимал. Инвалид булып ҡалыу йәиһә сирҙе еңә алмау хәүефе бик көслө, – ти Азат Мөхәмәтйәнов. Табиптың фекеренсә, берҙән-бер ышаныслы һаҡланыу сараһы – вакцина яһатыу. Дәүләт Думаһында иммунизация программаһын киңәйтеү тураһында фекер алышыу башланған.

“Эшсе төркөм ултырышында быйыл ҡурҡыныс һандар иғлан ителде, дүрт айҙа 600 сир осрағы асыҡланыуы белдерелде. Бер тауыштан шундай фекергә киленде: сирҙең ауыр эҙемтәләренә юлыҡмау өсөн вацина иҫкәртеүен киң йәйелдереү. Беҙ киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ, сөнки мәсьәлә фекер алышыу стадияһынан аныҡ закондар сығарыу киңлегенә күсә. Был беҙгә халыҡтың күп өлөшөнә вакцина яһатырға һәм ышаныслы һаҡланыу системаһын төҙөргә ярҙам итәсәк.  

Милләт сәләмәтлеге – беҙҙең дөйөм яуаплығыбыҙ. Һеҙҙең һәр кемегеҙҙе һиҙгерлеккә һәм үҙегеҙҙең һаулығығыҙға иғтибарлы мөнәсәбәткә саҡырам. Беҙ системалы сиселештәр өҫтөндә эшләйбеҙ һәм һеҙҙең вакцинация мәсьәләләрендәге ярҙамығыҙ был көрәштә төп урынды алып тора”, – тип белдерҙе Азат Мөнир улы.

 Республика йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәштәге ҡатмарлы юлда етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың пандемия осоронда белдергән һүҙҙәре бөгөнгөләй яҡшы хәтерҙә: “Беҙҙең бөтә республика биләмәһендә ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән һәм махсус койка урындар менән йыһазландырылған дүрт йоғошло ауырыуҙар үҙәге бар. Беҙҙең ҡарарыбыҙ ысынлап та аҡланды һәм беҙ бөгөн бөтә һынауҙарға әҙер”, – тине етәксе. Һәм был яңы инфекция инфраструктураһы үҙгәртеп ҡоролғандан һуң әле лә халыҡҡа уңышлы хеҙмәт итә. Төҙөлөштө үҙ күҙҙәре менән күреп баһалаған Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың Бөтә Рәсәй форумында республикабыҙҙы миҫалға килтереп, “Башҡортостан яңы инфекция инфраструктураһы төҙөүҙә яҡшы өлгө булды”, тигән лайыҡлы баһа биреүен ишетеү күңелле, әлбиттә.

Яңы һынауҙар тармаҡты һанлаштырыуҙа катализатор ролен үтәп, эштең яңы технологик тәртибен формалаштырҙы, тәүәкәллек, эксперименттар нормаға әүерелде. Йоғошло ауырыуҙар әле бында, әле тегендә баш ҡалҡытып, хәүефләндереп торған мәлдә халыҡ араһында киң аңлатыу эштәрен алып барыу, үҙебеҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе һаҡлау, прививкаларҙың әһәмиәте менән даими таныштырыу беҙҙе күп күңелһеҙ хәлдәрҙән аралаясаҡ.

Фото: Республика йоғошло ауырыуҙар клиникаһы.

Автор:
Читайте нас