

Был байрамдың үҙ тарихы бар. Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә металлургтар еңеү өсөн ҙур өлөш индерә. Был хаҡта Владимир Харитонов үҙенең “Еңеү көнө” йырында ла билдәләп үтә. Һуғыштан һуң да металлургтар илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс һала. 1957 йылда СССР хөкүмәте уларҙың хеҙмәтен ҙурлап, һөнәри байрам — Металлургтар көнөн иғлан итә. Союз тарҡалһа ла иҫтәлекле дата календарҙан төшөрөп ҡалдырылмай. Хәйбулла районына нигеҙ һалынғандан алып металлургия тармағы төбәгебеҙ яҙмышында мөһим роль уйнай. Район тормошо сәнәғәт предприятиелары менән тығыҙ бәйләнгән, уларҙа күп кенә хәйбуллалар эшләй, тотош хеҙмәт династияларына нигеҙ һалына. Урындағы халыҡтың күпселеге комбинатта эшләй. Байрам алдынан ғүмерен таусы һөнәренә бағышлаған Айҙар Атанов һәм Артур Ҡансурин менән осрашып һөйләшергә форсат тейҙе. Айҙар Әйүп улы Аҡъяр ауылында тыуып үҫә. 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына юридик факультетҡа уҡырға инә. Хеҙмәт юлын «Газпром» ойошмаһында газ станциялары операторы булып башлай. 8 йыл эшләгәндән һуң, 2005 йылда Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының тау капиталь эштәр участкаһына проходкалаусы булып эшкә урынлаша һәм әлеге көнгә тиклем уңышлы эшләй. Ғүмерлек мөхәббәте Рәшиҙә Әхмәр ҡыҙын осратып, бер ни тиклем ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1997 йылда, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы бер ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Рәшиҙә Әхмәр ҡыҙы Аҡъяр тау колледжы ашханаһы мөдире. Оло улдары Ғәзинур Сибай институтының юридик факультетын тамамлай, бөгөн дәүләт автоинспекцияһында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Алина Өфө ҡалаһында шәхси медицина үҙәгендә эшләй, ошо көндәрҙә үҙ ғаиләһен ҡорған. Шахтер һөнәренең ни тиклем ауыр, хәүефле булыуын яҡшы белә ҡатыны, һәр ваҡыт ире эшкә киткәнендә имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, оҙатып ҡала. 20 йыл ер аҫты руднигында эшләгән ир уҙаман шахта тормошон биш бармағылай яҡшы белә. Әлеге ваҡытта 480 метр тәрәнлектә эшләй. Шахтер һөнәренең хәүефле икәнлеге барыһына ла мәғлүм. Бында осраҡлы кешеләр юҡ. Айҙар Әйүп улы һымаҡ көслө рухлылар, ҡыйыуҙар ғына үҙ һөнәрҙәренә ғүмерлеккә тоғро ҡала.
–Ер аҫтында эшләү еңел түгел, тәү сиратта сабырлыҡ һәм түҙемлек кәрәк. Бер ваҡытта ла ҡурҡырға ярамай, хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү талап ителә. Төрлө хәлгә осрауың ихтимал, бәлә-ҡазалар ҙа аҙым һайын һағалай, шуға күрә бергә эшләгән иптәштәреңдән дә күп нимә тора. Коллективыбыҙ татыу, берҙәм, бер ғаиләгә әйләнеп бөткәнбеҙ инде, – ти Айҙар Атанов.
Мәҡәләм геройы алдына алғанды аҙағынаса алып барып еткерергә күнеккән. Зарлана ла белмәй, эш хаҡынан да ҡәнәғәт. Барына шөкөр итеп, иң мөһиме – һаулыҡ, тигән фекерҙә эшләүен дауам итә. Юғары һөнәри ҡаҙаныштары, эшенә яуаплы ҡарауы, намыҫлы һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн, Урал тау-металлургия компанияһының Почет грамотаһы һәм башҡа бик күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.