

Ҡыҙыу йәй – көслө йәшенле ямғырҙар мәле. Был тәбиғәт күренеше ғүмергә хәүеф тыуҙырғанын оноторға ярамай. Әленән-әле йәшен арҡаһында ғүмере ҡыйылған кешеләр тураһында мәғлүмәт осрай. Бына кисә, 14 июлдә, Тула өлкәһендә, һыу буйында, өс кешене – берәүһе 14 кенә йәшлек үҫмер егет – йәшен һуҡҡан. Уларҙың береһе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән ҡалмаған... Бәхетһеҙлек булмаһын өсөн, йәшен ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк, шул хаҡта онотмайыҡ!
Шулай итеп, йәшен ваҡытында:
– һыуҙа, хатта яр буйында ҡалырға ярамай, был айырата хәүефле!
– урамда булһағыҙ, яҡындағы бина эсенә инеп тороғоҙ;
– бейек ағастар эргәһендә тормағыҙ;
– төркөм булып китеп барырға ярамай;
– элект уты сымдары һәм тимер конструкциялар уғата хәүефле, янында тормағыҙ;
– ҡулсатыр, кеҫә телефонын тотмағыҙ;
– металл биҙәүестәрҙе сисеп һалығыҙ;
– өйҙә төтөн торбаһын, тәҙрә, ишектәрҙе ябырға, сымлы телефон меннә ҡулланмаҫҡа, батарея һәм крандарға тотонмаҫҡа кәңәш ителә – улар йәшенде яҡшы үткәрә;
– велосипедта йә мотоцикда китеп барғанда ялағай ялтлай башланы икән – туҡтарға һәм йәшен бөткәнен транспорттан кәмендә 30 метр алыҫлыҡҡа китеп көтөргә кәрәк;
– машинала китеп барғанда ла юл ситенә туҡтарға ла тәҙрәләрҙе ябып, йәшен туҡтағанын көтөп торорға – шул иң яҡшыһы.
Был ҡағиҙәләрҙе балаларға ла ентекле аңлатыу зарур.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Йәй хәсрәттәрһеҙ үтһен!