

Фәнидә Ислам ҡыҙы сығышы менән Урыҫбай ауылынан. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Аҡъяр тау колледжында белем ала. 2011 йылда Вәзәм ауылына кейәүгә сыға. Торош иптәше менән 5 балаға ғүмер бирәләр.
Иң өлкән улы Фәнзилгә 16 йәш, 9 класта уҡый. Икенсе улы Тимурға 12 йәш, 5 класта уҡый. Малайҙары әсәһенең ярҙамсылары – мал ҡарашалар, өй тирәһендә булышып, баҡса үҫтерешәләр. Фәнзил йәй айҙарында бесән дә эшләй. Өсөнсөләре Әминә, уға 5 кенә йәш әле. Иң кеселәре игеҙәктәр – Гөлиә менән Юлиә, уларға ни бары 3 йәш. Ҡыҙҙар әсәйҙәренә ашарға бешерешәләр. Фәнидә Ислам ҡыҙы артыҡ талапсан түгел, ул сабыр холоҡло ҡатын, хәстәрлекле, яҡшы әсәй, оҫта хужабикә, бөтә яҡлап та уңған, тырыш, егәрле, өйҙә таҙалыҡты ярата. Ул бөтә булған буш ваҡытын балаларына бағышлай, уларҙы бик ярата. Бөтә эште лә бергәләп эшләргә тырышалар. Әсә ниндәйҙер эшкә тотонһа, балалары һәр ваҡыт эргәһендә. Һәр кем ниндәйҙер эш менән мәшғүл булырға, ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш, тип уйлай әсәй кеше. Ҡыҙҙары әсәйҙәренең дә ярҙамсылары, бергәләп тәмле итеп бешерергә, өй эштәре менән булышырға яраталар. Шулай итеп, Фәнидә Ислам ҡыҙы уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән балаларҙы тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, уларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында тейешле хәстәрлек күргән, ғаилә институтын нығытыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт наградаһы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Фәнидә Ислам ҡыҙын миҙал алыуы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Ғаиләгеҙ ныҡ, татыу булһын, балаларығыҙ уңыштары, ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын!