Яңылыҡтар
15 Июль 2025, 11:07

Ун балаһы етем ҡалды...

Һыуға батып барған ҡыҙын ҡотҡарам тип әсә һәм өлкән ҡыҙҙары үлә

Ун балаһы етем ҡалды...Ун балаһы етем ҡалды...
Ун балаһы етем ҡалды...

Был ялдарҙа Мордовияла тетрәндергес бәхетһеҙ осраҡ булды. 13 йәшлек һыуға батып барған ҡыҙын ҡотҡарам тип әсә кеше һәм 17 йәшлек өлкән ҡыҙҙары батып үлә.

Төбәктә был ғаиләне күптәр белә: Наталья менән Тимофей Юдинцевтар 11 бала тыуҙырған һәм тәрбиәләй. Ғаилә имен була, ата-әсә балаларын бик ярата һәм мөхәббәтә генә үҫтерә. Ял көндәрендә ғаилә тулы составта тәбиғәткә ял итергә сыға. Ғаилә башлығы машинанан әйберҙәр сығарып, палатка ҡуйған арала, Наталья дүрт ҡыҙы менән һыу инергә китә. Йылғаның улар төшкән урыны әллә ни тәрән дә булмай. Балалар йылғаны кисеп кенә йөрөй. Бер мәлдә 13 йәшлек Алиса һыу буйлап китә һәм башы менән ҡапыл тәрәнәйгән урынға төшөп китә. “Мин батам” тип ҡысҡырып ҡына өлгөрә.

Әсә кеше уйлап та тормай ҡыҙын ҡотҡарырға ташлана. Ярҙамға 17 йәшлек өлкән ҡыҙ ҙа йүгерә. Улар икәүләп Алисаны һыуҙан һөйрәп сығара, тик Наталья ажғыр ағымға эләгә һәм бата. Ул бер нисек тә сыға алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән ҡыҙы Настя ла батып үлә. Натальяға 39 йәш була.

Күп балалы ғаиләгә килгән фажиғә тураһында Мордовия Башлығы Артем Здунов хәбәр итә. Телеграм-каналында яҙыуынса, ҡатындың ун балаһы етем ҡала, иң бәләкәйҙәренә ни бары биш ай. Ул республика етәкселеге ғаиләгә мөмкин булғанса ярҙам итәсәк тигән.

Фото: Телеграм. 

Автор:
Читайте нас