

Башҡортостанға йылы килә. Бөгөн, 8 июлдә, республика биләмәһендә йылы атмосфера фронты үтеүе көтөлә. Әммә ул нимә килтерер? Башгидромет синоптиктары фаразына күҙ һалайыҡ.
Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, йылы фронт төрлө интенсивлыҡтағы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар килтерә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хатта уларҙың хәүефлелеге тураһында иҫкәртә. Көндөҙ урыны менән йәшен һәм ҡойма ямғыр көтөлә. Әммә артабан атмосфера баҫымы артасаҡ. Яуым-төшөм һирәгерәк була. Көндөҙгө уртаса һауа температураһы күтәреләсәк һәм хатта норманан 2-4 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.
Аҙна дауамында һауа температураһының төндә +8,+13 градустан +14,+19 градусҡа тиклем күтәрелеүе, көндөҙ +21,+26 градустан +26,+32 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Йылы һәм уңайлы буласаҡ.